Спорт һәм туризм
30 Май 2022, 17:15

Өсөнсө көнгә йомғаҡ яһалды

Янғын эстафетаһы нисек үтте?

Өсөнсө көнгә йомғаҡ яһалдыӨсөнсө көнгә йомғаҡ яһалды
Өсөнсө көнгә йомғаҡ яһалды

Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ярышында бөгөн янғын эстафетаһы булды. Ул һәр береһе 100 метрлыҡ дүрт этаптан торҙо.

Янғын көбәге эстафета “таяғы” ине. Беренсе этапта спортсы “өй” башына таяҡ – баҫҡыс ярҙамында менә, икенсе этапта ҡойманы ашатлай. Өсөнсө этапта янғын эсәге (рукавы) менән бүрәнә (бум) аша йүгерәләр, һуңғы этапта ҡатнашыусы һауытта янған шыйыҡсаны һүндерә.

Был ярыштарҙа беренсе урынға Беларусь Республикаһы вәкилдәре лайыҡ булһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Рәсәй Федерацияһы командалары яуланы. Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң яҡшы тип беҙҙең ил командаһы танылһа, икенсе урынға Беларусь спортсылары сыҡты.

Бөгөн наградаларҙы Һиндостандың Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар федерацияһы вице-президенты Амриндер Синх, Үзбәкстан вәкиле – ярыштарҙың баш судьяһы Сардор Исламов, Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар халыҡ-ара спорт федерацияһы башҡарма комитеты директоры Андрей Калинин һәм башҡалар тапшырҙы.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас