Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Июнь 2022, 19:30

Беренселекте кем яуланы?

Биш көн буйы барған ярыштар тамамланды.

Беренселекте кем яуланы?
Беренселекте кем яуланы?

Бөгөн Өфөләге “Динамо” стадионында “Дуҫлыҡ” кубогына һәм “Алтын штурмовка” призына янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара ярыштар  тамамланды. 28 майҙа – 1 июндә кө­йәрмәндәр, спорт һөйөүселәр Беларусь, Үзбәкстан, Рәсәй, Һиндостан, Баш­ҡортостан спортсыларының ярышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барҙы.

Команда берҙәмлеген, зирәклеген күрһәткән  һуңғы “Хәрби тағатыу” ярыш төрөндә Үзбәкстан командаһы бик яҡшы һөҙөмтәгә (24,97 секунд) өлгәште. Донъя рекорды иһә 25,14 секунд тәшкил итә. Икенсе урынға – Рәсәй, өсөнсөгә Беларусь командаһы сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында был спорт төрөндә илебеҙ спортсыларына тиңдәр табылманы, икенсе урынды – Беларусь, өсөнсөнө тағы Рәсәй командаһы яуланы.

Ошо аҙаҡҡы ярыштарҙан һуң сараны ябыу тантанаһы үткәрелде һәм еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Дөйөм командалар иҫәбенә килгәндә, ир-егеттәр араһында – Беларусь, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй командаһы беренселекте яуланы. “Барыһы ла яҡшы үтте  ҡаты йәрәхәтләнеү осраҡтары теркәлмәне. Сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Беҙ һәр саҡ ҡунаҡтарға шат”, – тип белдерҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипоов.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Беренселекте кем яуланы?
Беренселекте кем яуланы?
Беренселекте кем яуланы?
Беренселекте кем яуланы?
Беренселекте кем яуланы?
Беренселекте кем яуланы?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: