Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың Спорт гимнастикаһы үҙәге асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин, Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков, Дәүләт Думаһы депутаты, фигуралы шыуыу буйынса өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Ирина Роднина, Дәүләт Думаһының Физкультура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Свищев, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты, олимпия чемпиондары Михаил Мамиашвили ҡатнашты.
Белеүебеҙсә, үҙәк 2019 йылда төҙөлә башланы. 2018 йылда Өфөнән ете йәшлек гимнаст Дарья Крутько Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыу ваҡытында дәүләт башлығынан спорт залы өсөн һикереү ҡулайламаһы һораны. Президент ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырырға һүҙ бирҙе – һөҙөмтәлә яңы спорт объекты төҙөргә ҡарар ителде.
Төҙөлөш өсөн бүленгән аҡсаның дөйөм күләме 848,5 миллион һум тәшкил иткән, шуның 410,3 миллионы – федераль бюджет аҡсаһы. Буласаҡ Спорт гимнастикаһы үҙәге урыны итеп Аврора урамындағы майҙансыҡ һайланған.
“Гимнастика үҙәген асыу байрамында ҡатнашыуыма бик шатмын. Байтаҡ ҙур ҡаҙаныштар хыялдан башлана. Әммә уны үтәү өсөн эргәлә ышаныслы партнёрҙарҙың булыуы мөһим. Тәүгеләрҙән булып хыялды Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин хупланы. Һәм беҙ, Президент командаһы булараҡ, был хыялды тормошҡа ашырҙыҡ.
Радий Фәрит улы, һеҙгә, республика етәкселегенә, проектлаусыларға һәм төҙөүселәргә – ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйткем килә. Бында яңы чемпиондар үҫһен”, - тине Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин.
Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең спорт министрына проектты хуплаған өсөн рәхмәт белдерҙе, үҙәкте төҙөгәндә федераль финанслауҙың өлөшө ҙур булыуын билдәләне.
“Данлыҡлы гимнасткабыҙ, Олимпия чемпионы Светлана Хоркинаның яңы үҙәкте шефлыҡҡа алыуы тураһында һөйләшеп килештек. Бөгөн ошо комплексты Башҡортостан Республикаһының Светлана Хоркина исемендәге гимнастика үҙәге тип атау тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙым”, - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров, Олег Матыцин һәм абруйлы ҡунаҡтар Спорт гимнастикаһы үҙәгенең мөмкинлектәрен баһаланы. Унда уҡыу-күнекмәләрҙән тыш, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар уҙғарырға мөмкин. Бында 310 урынлыҡ трибуналар менән махсус гимнастика залы, күнекмәләр гимнастика залы, хореография залы, буфет, медицина кабинеттары, реабилитация залы, душ һәм административ бүлмәләр бар.
Бинаның дөйөм майҙаны 8,5 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Үҙәктең айырым инеү урыны булған 30 кешегә иҫәпләнгән дүрт ҡатлы ҡунаҡханаһы ла бар.
План буйынса, бында художестволы гимнастика һәм батут спорты буйынса секциялар ойоштороласаҡ. Үҙәктә бөтәһе 700-ҙән ашыу спортсы шөғөлләнәсәк. Бөгөнгө көндә республикала спорт гимнастикаһы менән 568 кеше шөғөлләнә, улар менән 27 тренер эшләй.
Фотолар: “Башинформ”.