Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә ҙур спорт сараһы асылды

Бөгөн баш ҡалабыҙ Рәсәй уҡыусыларының XI йәйге спартакиадаһын ҡабул итте.

Өфөлә ҙур спорт сараһы асылды
Өфөлә ҙур спорт сараһы асылды

Бөгөн Өфө Рәсәй уҡыусыларының XI йәйге спартакиадаһын ҡабул итте. Баш ҡалабыҙҙа үҫмерҙәр араһында ирекле көрәш төрө буйынса ярыштар үтә.

Спартакиаданы тантаналы асыу сараһы “Өфө-Арена” һарайында ойошторолоп, сағыу спорт байрамына әйләнде. Уның барышында спартакиада программаһына ингән 47 спорт төрө буйынса тантаналы парад ойошторолдо. Башҡортостандың йәш спортсылары – гимнастар, атлеттар, көрәшселәр, каратэ, дзюдо, волейбол, футбол, баскетбол спортын үҙ итеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр ҙур ғорурлыҡ менән үҙ федерацияларын һәм спорт үҙәктәрен танытты. Улар менән бер рәттән Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Өфөгә ирекле көрәш буйынса үҙҙәрен танытырға килгән йәш спортсылар ҙа парадта үтте.

Спорт байрамына әйләнгән сарала Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Дәүләт Думаһының физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Свищев, Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков, спорт федерациялары һәм спортсылар әҙерләү үҙәктәре етәкселәре ҡатнашты. Тантананы билдәле тележурналист Дмитрий Губерниев менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан Фаягөл Дәүләтйәрова алып барҙы.

- Бөгөн һеҙҙең менән бергә ҡунаҡсыл Өфөнөң һәм Башҡортостандың йылы мөхитен тойоуыма шатмын. Иң тәүҙә ошо сараны, байрамды ойоштороусыларға – республиканың берҙәм командаһына, спорт мәктәптәренең тренерҙарына, спорт федерациялары етәкселәренә рәхмәт белдерәм. Был – ысын мәғәнәһендә спорт, балалыҡ, белем биреү байрамы. Ошоноң ише саралар дуҫлыҡ, илһөйәрлек, бөйөк мәҙәни һәм рухи байлыҡтарҙы хөрмәт итеүҙең ҡиммәтен баһаларға ярҙам итә. Бөгөн беҙҙең менән танылған Олимпия чемпиондары. Һеҙ, йәш спортсылар, көндәлек күнекмәләрҙә уларҙа тиңләшәһегеҙ, улар кимәленә ынтылаһығыҙ һәм киләсәктә ил, донъя чемпиондары булып, бөйөк Ватаныбыҙҙы данларһығыҙ тип ышанам, - тине Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин.

Артабан спартакиадала ҡатнашыусыларҙы республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне:

- Рәсәй уҡыусыларының XI йәйге спартакиадаһының финалы Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһында үтеүе – беҙҙең өсөн оло мәртәбә лә, яуаплылыҡ та, - тип билдәләне ул һәм ышаныс өсөн Рәсәй Спорт министрлығына, илебеҙҙең Олимпия комитетына рәхмәт белдерҙе. Артабан Радий Фәрит улы йәш спортсыларға мөрәжәғәт итеп:

- Бөгөн һеҙҙең янығыҙҙа тренерҙарығыҙ ултыра. Тренер – ул беҙҙән физик йәһәттән яҡшы үҫешкән, ҡыйыу, етеҙ спортсы ғына түгел, ысын кеше тәрбиәләүсе лә. Ул беҙгә бөтә күңелен, йөрәген, һаулығын бирә, шуға күрә уларға ла рәхмәт, - тине.

Спартакиаданы асыу тантанаһында ҙур спорт йондоҙҙары – күп тапҡыр Олимпия һәм донъя чемпионы булып танылған данлыҡлы фигуралы шыуыу оҫтаһы Ирина Роднина һәм Олимпия чемпионы, билдәле спортсы Михаил Мамиашвили ҡатнашты. Спорт аренаһы тамашасылары уларҙы көслө алҡыштар менән сәләмләне.

Дөйөм алғанда, уҡыусыларҙың Йәйге спартакиадаһы сиктәрендәге ярыштар 25 майҙан 11 сентябргә тиклем ойошторола. Уларҙа йәмғеһе 494 комплект миҙал уйнатыла.

Өфөләге ҙур спорт сараһы 2-4 июнь арауығында үтә. Бөгөн 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр (егеттәр һәм ҡыҙҙар) араһында ирекле көрәш буйынса тәүге осрашыуҙар һәм ярымфинал үтте. Ярыштар Р. Баталованың Спорт әҙерлеге үҙәгендә иртәнге 11.00 сәғәттә башланды.

Иртәгә, 3 июндә, үҫмерҙәр (егеттәр һәм ҡыҙҙар) араһында дәртләндереү приздарына ярыштар үтә. Уларҙы онлайн алымда тура трансляция аша ла ҡарарға мөмкин.

Өфөлә Рәсәй уҡыусыларының XI йәйге спартакиадаһының финалы асылыу айҡанлы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Бөгөн Өфө Рәсәй һәм донъя спортының буласаҡ элитаһын, бөтә илдән йәш спортсыларҙы йыйҙы, улар тиҙҙән үҙҙәре хаҡында белдерәсәк. Быйылғы йәйҙәге Уҡыусылар спартакиадаһының нәҡ Башҡортостанда башланыуы – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Рәсәйҙең спорт министры Олег Васильевич Матыцинға беҙгә күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерәм.

Республикабыҙ – илдең алдынғы спорт үҙәктәренең береһе, беҙ күп тапҡыр бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул иттек. Беҙҙә инфраструктура ныҡлы, һәм беҙ уны үҫтереү өҫтөндә даими эшләйбеҙ. Профессионалдар һәм буласаҡ чемпиондар, өлкәндәр, балалар өсөн ҙур һәм бәләкәй спорт объекттары төҙөйбөҙ. Спорт республикала йәшәүселәрҙең һәммәһен дә йәлеп итһен өсөн тырышабыҙ, мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ.

Спартакиада барышындағы ярыштар йәй буйына илдең төрлө төбәктәрендә уҙғарыла. Беҙ Өфөлә ирекле көрәштән башлайбыҙ, йәш спортсылар 22 комплект миҙал өсөн көс һынаша.

Намыҫлы көрәш һәм матур еңеүҙәр теләйем!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ".

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в