Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Июнь 2022, 22:30

Республика Башлығына – миҙал, тренерҙарға сертификат тапшырылды

Бөгөн ошондай ҡыуаныслы ваҡиғалар шаһиты булдыҡ.

Республика Башлығына – миҙал, тренерҙарға сертификат тапшырылды
Республика Башлығына – миҙал, тренерҙарға сертификат тапшырылды

Бөгөн “Өфө-Арена” спорт һарайында Рәсәй уҡыусыларының XI йәйге спартакиадаһының финалын асыу тантанаһы барышында иҫтәлекле лә, ҡыуаныслы ла ваҡиғалар шаһиты булдыҡ.

Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Николай Озеров миҙалын тапшырҙы һәм төбәгебеҙ етәкселегенең республикала спортты үҫтереү йәһәтенән маҡсатлы эшләүен айырып билдәләне.

Шулай уҡ сара барышында республиканың спорт тармағы тренерҙарына, уҡытыусыларына ведомство наградалары, министрлыҡтың Почет грамоталары тапшырылды.

 “Ауыл тренеры” проектына ярашлы бер нисә тренер Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан 600 мең һумлыҡ сертификат алып һөйөндө.

- Тренер – ул беҙҙән физик йәһәттән яҡшы үҫешкән, ҡыйыу, етеҙ спортсы ғына түгел, ысын кеше тәрбиәләүсе лә. Ул беҙгә бөтә күңелен, йөрәген, һаулығын бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

“Ауыр тренеры” сертификатына Учалы ҡалаһынан еңел атлетика буйынса тренер Таһир Мәхмүтов, Белорет районы спорт мәктәбенең ҡаяға үрмәләү буйынса тренеры Елена Коноплина һәм башҡалар лайыҡ булды.   

“Ауыл тренеры” проекты республикала 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысыны ярашлы старт алды. Башҡортостан Рәсәйҙә ауыл ерендә эшләгән спорт тренерҙарына һәм остаздарына бындай ярҙам проектын уңышлы тормошҡа ашырған тәүге төбәк булды. 2022 йылдың тәүге яртыһында уҡ Башҡортостан Республикаһының 20 муниципаль районынан 50 тренер дөйөм суммаһы 30 миллион һумлыҡ түләүҙәр аласаҡ.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: