1 июндә Өфөләге “Динамо” стадионында “Дуҫлыҡ” кубогына һәм “Алтын штурмовка” призына янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара ярыштар тамамланды.
28 майҙа – 1 июндә көйәрмәндәр, спорт һөйөүселәр Беларусь, Үзбәкстан, Рәсәй, Һиндостан, Башҡортостан спортсыларының ярышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
Команда берҙәмлеген, зирәклеген күрһәткән һуңғы “Хәрби тағатыу” ярыш төрөндә Үзбәкстан командаһы бик яҡшы һөҙөмтәгә (24,97 секунд) өлгәште. Әйткәндәй, донъя рекорды 25,14 секунд тәшкил итә. Икенсе урынға – Рәсәй, өсөнсөгә Беларусь командаһы сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында был спорт төрөндә илебеҙ спортсыларына тиңдәр табылманы, икенсе урынды – Беларусь, өсөнсөнө тағы бер Рәсәй командаһы яуланы.
Ошо аҙаҡҡы ярыштарҙан һуң сараны ябыу тантанаһы үткәрелде һәм еңеүселәр тәбрикләнде. Дөйөм командалар иҫәбенә килгәндә, ир-егеттәр араһында – Беларусь, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй командаһы беренселекте яуланы. “Барыһы ла яҡшы үтте: ҡаты йәрәхәтләнеү осраҡтары теркәлмәне. Сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Беҙ һәр саҡ ҡунаҡтарға шат”, – тип белдерҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов.
Айһылыу НИЗАМОВА