Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Июнь 2022, 14:50

Эдуард Латипов үҙе ҡотланы

6 –15 йәшлектәр ҡатнашты.

Күптән түгел Ғафури районындағы “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында алты йәштән 15 йәшкә тиклемге 170-ләп бала, Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” йәйге спорт фестивале сиктәрендә, ГТО нормативтарын тапшырҙы.

Маҡсаттары миҙал яулау ине

 

Был көндә уҡыусылар ГТО комплексының алтын, көмөш, бронза миҙалдарын яулау өсөн барлыҡ көсөн һалды. Бары иң әҙерлекле йәш спортсылар ғына уңышҡа өлгәште. Әйткәндәй, ГТО нормативтары урындан ике аяҡ менән этенеп оҙонлоҡҡа һикереүҙе, баҫҡан килеш гимнастик эскәмйәлә алға эйелеүҙе, арҡала ятҡан килеш кәү­ҙәне күтәреүҙе, турниктан тарты­лыуҙы, иҙәндә ятҡан килеш ҡулды бөгөү һәм яҙыуҙы, йөҙөүҙе һәм баш­ҡаларҙы үҙ эсенә алды. Барлығы 12 команда – Красноусолдағы 1-се, 2-се, Н.А. Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты, Курорт, Сәйетбаба, Имәндәш, Йөҙ­имән, Үзбәк, Бурлы, Табын, Аҡкүл, Яңғыҙҡайын мәктәптәре спортсылары үҙҙәрен һынап ҡараны. ГТО нормативтарын яҡшы тапшырыусылар “көмөш”, “бронза” билдәләр һәм тест һөҙөмтәләре менән сертифи­каттарға эйә булды. Йәш спортсылар уларҙы мәртәбәле ҡунаҡ –  Пекиндағы Олимпия уйындарында өс тапҡыр бронза миҙал яулаған, биатлон буйынса донъя чемпионатында бронза һәм Европа чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ булған, 2021-2022 йылдарҙа Рәсәйҙә иң яҡшы биатлонсы булып танылған Эдуард Латипов ҡулынан алды. Билдәле спортсы, барыһын да лайыҡлы наградалары менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы һәм бының менән генә туҡталып ҡалмауҙарын, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә ынтылыуҙарын теләне.

 

Кемдәр иң әүҙеме?

 

Тантаналы сара барышында Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының  ГТО фестиваленә арналған һүрәттәр конкурсына ла йомғаҡ яһалды. “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре  әүҙем булып сыҡты, иң күп бүләктәргә тап улар лайыҡ булды. “Тирәккәй” һәм 1-се мәктәптең йәш һәләттәре лә уларҙан ҡалышманы.

ГТО нормативтарын тапшырыуҙа алты-һигеҙ йәшлектәр араһында Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан Радмир Ғәзизов менән Мәҙинә Мәжитова беренсе урынды яуланы, Илья Тарасов (Аҡкүл) менән Рената Дибаева (Красноусолдағы 1-се мәктәп) – икенсе урында, Радмир Иванов (2-се мәктәп) менән Амалия Алтынбаева (1-се мәктәп) өсөнсө урынға сыҡты.

9-10 йәшлектәрҙән Арыҫлан Хәбибуллин (Н.А. Мәжитов исемен­дәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты) менән Лина Мөхә­мәт­йәнова (1-се мәктәп) – беренсе, Солтанбәк Сундуков менән Шәүрә Баһауетдинова (икеһе лә 1-се мәктәптән) – икенсе, Артур Юлдашев (1-се мәктәп) менән Полина Зюлькина (2-се мәктәп) өсөнсө урынды яуланы.

11-12 йәшлектәрҙән Вәсим Дибаев (1-се мәктәп) менән Әлиә Хәмзина (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты) – беренсе, Иван Ведерников (Аҡкүл) менән Мәҙинә Ходжакулова (Н.А. Мәжитов исемен­дәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты) – икенсе, Максим Дашкин (2-се мәктәп) менән Анна Ергунова (1-се мәктәп) өсөнсө урынға лайыҡ булды.

 

1-селәр – беренсе!

 

Дөйөм команда иҫәбе буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде. Урта мәктәптәр араһында Красно­усолдағы 1-се мәктәпкә етеүсе булманы, Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты спортсылары – икенсе урында, 2-се мәктәп командаһына өсөнсө урын менән сикләнергә тура килде. Дөйөм белем биреү мәктәптәре араһындағы бәйге имәндәштәрҙең еңеүе менән тамамланды, йөҙимәндәргә – икенсе, үзбәктәргә өсөнсө урын бирелде.

Спорт фестивален ойошторған район хакимиәтенең физкультура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов менән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ленар Сәйфуллин, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ҡыҙҙар, малайҙар менән лайыҡлы эш алып барылыуын билдәләп, физик үҫешкә ныҡлы әһәмиәт биреүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Индира ИШКИНА


Ғафури районы

Читайте нас: