Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Июнь 2022, 23:00

Башҡорт аты шулай ул!

"Ярыш мәле етеп килә, ә Бөркөт тик ята, саҡ торғоҙоп алдым..." Бөгөн "Терра Башҡортостан" ат спорты турнирының сираттағы этабы үтте.

Башҡорт аты шулай ул!
Башҡорт аты шулай ул!

4 июндә "Терра Башҡортостан" ат спорты турнирының быйылғы 1/8 этабындағы тәүге ярыштар үтте. Унда өс заезд ойошторолоп, еңеүселәр билдәләнде, улар артабанғы турға үтте.

Еңеүселәр араһында Бөрйән районынан Фидан Мәжитов та бар. Ул ярышҡа Бөркөт ҡушаматлы (документ буйынса шулай, ә ысын исеме - Толпар) башҡорт атын алып килгәйне. Бәйгенән һуң Фидан менән һөйләшкәндә, ул ҡыҙыҡлы тәьҫораттарын еткерҙе: "Башҡорт аты яман ҡыҙыҡ инде ул. Белеүегеҙсә, һәр береһенә ипподром һарайында торорға урын бирәләр бит инде. Ярыш мәле етеп килә, ә Бөркөт иҫе лә китмәй тик ята, саҡ торғоҙоп алдым. Инглиз тоҡомло атым Эвтерия булһа, таңдан уҡ сыҙай алмай сабып йөрөр ине. Булмаҫ бөгөн был Бөркөттән, тип күңелем төшөңкөрәп тора ине, бәйге майҙанына сығыу менән атымды алмаштырып ҡуйҙылармы ни - уҡ һымаҡ атылып сығып китеп, беренсе килде! Аллаға шөкөр! Был донъяла барыһы ла - Раббыбыҙҙың ҡушыуынан".

Турнирҙың 1/8 этабының бөгөн тәүге ярыштары булды, артабан тағы өсәүһе бар. Улар 18 июндә, 2 июлдә һәм 16 июлдә буласаҡ. Бәйгеселәребеҙгә лайыҡлы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Фотолар, видео Ф. Мәжитовтың шәхси альбомынан.   

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: