2021 йыл йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан шифаханаларға һатылған юлламалар һаны буйынса Рәсәйҙең курорт булмаған төбәктәре араһында лидер булды һәм эске туризмдың тәүге ун йүнәлеше иҫәбенә инде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәргән Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ошо хаҡта белдерҙе.
– Беҙ ҡала яны поездарын файҙаланып мультимодаль турмаршруттар әҙерләйбеҙ, һыу транспорты потенциалын йәлеп итәбеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Афзалов. – 2022 йылдың 1 апреленән көнбайыш йүнәлешендә Өфө - Приют маршруты буйынса тиҙ йөрөүсе “Ҡарлуғас” поезы йөрөй башланы. 1 майҙа, ғәҙәттәгесә, Айғыр станцияһы йүнәлешендә “Урал легендалары” йәйге туристик поезы эше тергеҙелде. Республиканың Туризмды үҫтереү үҙәге һәм “АғиҙелФлот” компанияһы ике ҡатлы Terra Bashkiria автобусында, Ағиҙел йылғаһы буйлап теплоходта берҙәм экскурсия билеты форматында күргәҙмә экскурсияның ҡатнаш маршрутын әҙерләне. Беҙ һәр муниципалитетта ваҡиғалар туризмы элементтарын үҫтерәбеҙ, был тәҡдимдәр төрлөлөгөн булдырырға, туристарҙың өҫтәмә ағымын йәлеп итергә мөмкинлек бирә.
Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры балалар туристик кешбэк программалары буйынса юлламаларҙың хаҡын компенсациялауҙың ике төрө хаҡында иҫкә төшөрҙө. Беренсеһе – республиканыҡы – компенсация юллама хаҡынан 70 процент тәшкил итә. Икенсеһе – балалар туристик кешбэк программаһы буйынса юллама һатып алған ата-әсә өсөн 30 процент. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда федераль һәм төбәк ташламаларын бер үк ваҡытта алырға мөмкин. Бала бер нисә лагерға барыу мөмкинлегенә эйә. Һәр һатып алынған билет өсөн ата-әсәгә кешбэк биреләсәк.
Шулай уҡ республикала “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты тормошҡа ашырыла. Ул өлкән йәштәгеләр өсөн республиканың тәбиғи һәм мәҙәни иҫтәлекле урындары буйлап бер көнлөк экскурсия турҙарын ойоштороуҙы күҙ уңында тота. 2022 йылда программа нигеҙендә 30-ҙан ашыу яңы маршрут әҙерләнгән, ә проектта ҡатнашыусылар һаны дүрт меңдән ун меңгә еткән.
- Республикаға эске туризм программалары буйынса бизнес менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Был миҙгелдә республика бик күп туристы ҡабул итәсәк тип күҙаллайбыҙ. Сәйәхәтселәрҙе йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәребеҙҙе файҙаланырға, улар яҡшы тәьҫораттар алып китһен өсөн яҡшы сервис ойошторорға тейешбеҙ. Ҡунаҡтарыбыҙ Башҡортостанға тағы ла килергә теләп торһон.
Фото: wday.ru