Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, Өфөлә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса төбәк органдары һәм ведомствоға ҡараған ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең спартакиада ярыштары башланды.
Бөгөндән 10 июнгә тиклем Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса төбәк органдары һәм ведомствоға ҡараған ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең спартакиада ярыштары бара. Был сара Рәсәйҙең Санитар-эпидемиология хеҙмәтенең барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған.
Спартакиадала 51 кешенән торған алты команда ҡатнаша. Улар – “Төньяҡ округ”, “Көнбайыш округ”, Бөрө округы, “Көнсығыш округы”, “Көньяҡ округы”, “Үҙәк округ”. Улар шахмат, өҫтәл теннисы, атыу, стритбол, волейбол, мини-футбол, көс гимнастикаһы буйынса көс алыша.
Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың Волга буйы федераль округы төбәк-ара спартакиадаһында ҡатнашыу өсөн команда ойоштороласаҡ.
Фото: pravitelstvorb.ru