Спорт һәм туризм
10 Июнь 2022, 05:06

Финляндиянан ҡайтты

Ҡапҡасы Андрей Кареев ике йыл Фин­лян­дияла уйна­ғайны.

“Бик ыңғай хис-той­ғолар менән ҡайттым. Ярай әле, һөйләшеүҙәр тамамланды: әкренләп һаулыҡты нығытырға, яңы уйын миҙгеленә әҙерләнергә мөмкин,  – тип белдергән спортсы “Салауат Юлаев” хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенә. – Маҡсатыбыҙ – ҡуйылған уй-теләктәрҙе бойомға ашырыу”.

Андрей Кареев шулай уҡ үҙенең сит илдә хоккей йәһәтенән дә, тормош йәһәтенән дә ҙур тәжрибә туплауы хаҡында һөйләгән. “Бик күп күнекмәләр үткәрҙем. Ҡапҡасылар менән эшләгән шәп тренерҙарҙың кәңәштәрен алдым. Был ике миҙгел минең өсөн бик һөҙөмтәле үтте”.

Айһылыу НИЗАМОВА

Автор:Вадут Исхаков
Читайте нас