Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
10 Июнь 2022, 10:04

Йәйәү йөрөү өсөн 10 сәбәп

Машина, әлбиттә, заман уңайлығын тыуҙырған техника, әммә йәйәү йөрөүҙең  биш йыл ғүмер өҫтәгәнлеген онотмайыҡ.

Йәйәү йөрөү күңел төшөнкөлөгөнән, насар кәйефтән ҡотолорға ярҙам итә. Атлағанда умыртҡа бағанаһы, янбаш-бот һөйәгенең массаһы нығына. Был, үҙ сиратында, остеопорозды иҫкәртә. Сәләмәт тормош алып барғандар араһында, көн һайын 40 минут тирәһе йәйәү йөрөү кеше ғүмерен биш йылға оҙайта, тигән фекер нығынған. Табиптар ҙа уның һөҙөмтәле икәнлеген белдерә.

Шулай итеп, көн һайын йәйәү йөрөү өсөн түбәндәге 10 сәбәп бар:

l саф һауала булыу кәйефте күтәрә;

l хроник сирҙәр һаны кәмей;

l ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүен иҫкәртә;

l тәндең һығылмалы булыуына йоғонто яһай;

l көстө һәм энергияны арттыра;

l быуындар һыҙлауын кәметә;

l онкологик һәм башҡа сирҙәрҙе булдырмаҫҡа булышлыҡ итә;

l иммунитетты нығыта;

l тыныс йоҡларға ярҙам итә;

l ғүмер оҙайлылығын арттыра.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас в