Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Июнь 2022, 22:00

Ирәмәлде туристарға асыусы ҡыйыуҙар бар!

"Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузованы ҡунаҡҡа саҡыраһы ине – беҙҙең егеттәрҙең федераль грантты нисек тормошҡа ашырыуын күрһен!"

Ирәмәлде  туристарға асыусы ҡыйыуҙар бар!
Ирәмәлде туристарға асыусы ҡыйыуҙар бар!

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә  Башҡортостанда туризмды үҫтереү мәсьәләһенә ҡағылып, Ирәмәлде туристарға асыусы, уңайлыҡтар тыуҙырыусы эшҡыуарҙарға рәхмәт белдергән.

“Рина Гринберг, Айрат Хәмитов! Үҙебеҙҙең республика һәм башҡа төбәк туристарына Ирәмәл тауын күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт! Үҙемдең яҡтан шуны белдерәм, федераль ярҙам  сараларына  республика яғынан ярҙамды ла өҫтәйбеҙ. Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузованы ҡунаҡҡа саҡырабыҙ – беҙҙең егеттәрҙең федераль грантты нисек тормошҡа ашырыуын күрһен!

 Таныш булығыҙ –  Өфө ҡалаһынан Рина һәм Айрат. 2020 йылда, пандемия осоронда,  улар Николаевка ауылында йорт  һатып алды һәм бер йылдан һуң Ростуризм грантын алды. Улар әүҙем ял һәм экотуризм ярата, Башҡортостан буйынса сәйәхәт итә, Николаевкаға һәр ваҡыт ҡайтҡылары килеп кенә тора. Йорттарын һалып бөткәс, туплаған белемдәрен ҡунаҡсыллыҡ индустрияһында файҙаланмаҡсы булалар, шулай итеп, Дом61 проекты барлыҡҡа килә.

 Был Ирәмәл итәгендәге  ҡунаҡхана комплексы тәбиғәт паркы  сигендә урынлашҡан. Эргәлә генә тау йылғаһы аға, тирә-яғындағы тәбиғәт күренештәре – фантастика! Беҙ проектҡа өс миллион һум аҡса менән ярҙам иттек, грант средстволарына ике еңел төҙөлөүсе йорт һалынды һәм йәмәғәт зонаһы төҙөкләндерелде. Турбаза эш башлағас, урындағы халыҡ та  проектты күтәреп алды, улар туристарға аҙыҡ-түлек тәҡдим итә һәм экскурсиялар үткәрә”.

 

Проект тураһында ДОМ61#нацпроекттуризм блогында таныша алаһығыҙ.

Фото:Vk.com

Ирәмәлде  туристарға асыусы ҡыйыуҙар бар!
Ирәмәлде туристарға асыусы ҡыйыуҙар бар!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: