Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Июнь 2022, 20:00

Республикабыҙ туристар өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш

Бының өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

Республикабыҙ туристар өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш
Республикабыҙ туристар өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә туризмды үҫтереү тураһында яҙып сыҡты.

“Алдыбыҙға республиканың туристик “магнит” булараҡ абруйын нығытыу бурысын ҡуйҙыҡ. Шуның менән бергә яңы эш урындары булдырыу, экологияға зыян килтермәйенсә, биләмәләрҙе үҫтереү, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау шарт.

Ошо йүнәлештә өр-яңы алымдар, юлдар эҙләйбеҙ. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Туризм РФ корпорацияһы”ның генераль директоры Сергей Алексеевич Суханов менән Башҡортостанда ситтән килеү туризмын үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ.

Артабан киттек”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: ufimnivy.ru/articles/obshchestvo

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: