Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Июнь 2022, 14:30

Яҡут еренән һыбай килгән!

Яҡут Республикаһының Оймякон улусынан килгән Дугуйдан Винокуров - Башҡортостан ерендә

Яҡут еренән һыбай килгән!
Яҡут еренән һыбай килгән!

Былтыр 5 мартта Оймякондан юлға сыҡҡан Дугуйдан Винокуров бөгөн – Башҡортостанда. Дугуйдандың маҡсаты – яҡут аттарының донъялағы иң сыҙамлы икәнлеген барыһына ла танытыу, илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә барып етеү.

30 йәшлек егет был сараны Яҡут (Саха) Республикаһының  100 йыллыҡ юбилейына бағышлай.  Тарихи дата быйыл билдәләнә.

Кисә Дугуйдан башҡорт аттары менән танышҡан.

“Беҙҙең яҡут аттарына бик оҡшағандар: шулай уҡ түбән буйлылар. Улар беҙҙең яҡта йөрөһә, һис айырылмаҫтар ҙа ине, һәр хәлдә көн һайын аттар менән булмаған кешегә был шулай тойолор ине, - ти егет. – Яҡут ере иһә ҡырағай аттары менән дан тота. Улар төрлө тәбиғәт шарттарына ла сыҙамлы. Атайымдың ике атын үҙем менән бик тә алғым килгәйне, ризалыҡ бирмәне. Уларҙа ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла 120-шәр километр арауыҡты үтергә мөмкин.

Дугуйдан  яҡут тоҡомло дүрт атты алған, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың берәүһе йәрәхәтләнгән, икенсеһе һәләк булған. “Төрлө юлдар аша үтергә тура килде, Яҡут һәм бигерәк тә Бүрәт Республикаһының төньяҡ өлөшөндәге юлдар бик насар ине, шуға беҙҙе оҙатып барырға ла ризалашыусылар табылманы, хатта “КамАЗ”, “Урал” машиналарында ла...”

Башҡортостанда Дугуйданды сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршылағандар. “Бер йылдан ашыу ҡымыҙ эсмәгән инем, бик оҡшаны, - ти ул. – Беҙҙе  ихлас ҡаршы алдылар. Ҙур рәхмәт!"

“Маршрутты алдан әҙерләнеңме?” – тип һорағас, “Юҡ, алдан ниндәй юлдан барырыбыҙҙы билдәләмәнем, ҡайҙа ҡаршылайҙар, шул юл буйлап барыуҙы хуп күрәбеҙ”, - тип яуапланы егет.

 Дугуйданға Ҡазанда туғыҙ йәшлек улы ла ҡушылмаҡсы. “Биш йәшенән атҡа атландырҙым, шуға уның шәп һыбай йөрөйәсәгенә шик юҡ”, - ти ул. Тағы өйөндә 10 йәшлек ҡыҙы, ҡатыны көтә Дугуйданды.

 

“Киләсәктә яҡут аттарында Санкт-Петербургҡа, артабан Португалияға барғым килә”, - ти Дугуйдан. Уй-маҡсаттары, хыялдары тормошҡа ашһын егеттең!

Автор һәм Евгений Петров фотолары.

Яҡут еренән һыбай килгән!
Яҡут еренән һыбай килгән!
Яҡут еренән һыбай килгән!
Яҡут еренән һыбай килгән!
Яҡут еренән һыбай килгән!
Яҡут еренән һыбай килгән!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: