Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Июнь 2022, 15:00

Былтыр табип – бронза миҙал, быйыл Эльбрусты яулаған

Стәрлетамаҡтағы 1-се клиник дауахана табибы Радик Латиповтың беренсе тапҡыр ошондай бейек тауға күтәрелеүе.

Былтыр табип – бронза миҙал, быйыл Эльбрусты яулаған
Былтыр табип – бронза миҙал, быйыл Эльбрусты яулаған

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Радик Латипов диңгеҙ кимәленән биш мең метр юғары бейеклекте яулаған. Ул - Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се клиник дауахананың перинаталь үҙәк етәксеһе.

Был – табиптың беренсегә бейек тауға күтәрелеүе. Өҫтәүенә Радик Латипов, яуаплы эше менән бер рәттән, спорт  менән шөғөлләнергә - саңғыла йөрөргә, йүгерергә лә ваҡыт таба икән. Былтыр ул хатта 25 – 35 йәшлек ир-егеттәр араһында үткәрелгән еңел атлетика кросында бронза миҙал яулаған.

Бер кемгә лә сер түгел, табип – ул иң яуаплы, кәрәкле һөнәрҙәренең береһе. Улар – һәммәбеҙ сәләмәтлеге һағында. Радик Латиповҡа һәм уның хеҙмәттәштәренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: