Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Июнь 2022, 22:30

“Өфө”гә баш тренер тәғәйенләнде

Күптән түгел “Өфө” футбол клубы Сергей Томаровтың баш тренер вазифаһын атҡарыуын хәбәр итте.

Унан тыш, тағы Николай Сафрониди, Артур Шәйбәков һәм ҡапҡасыларҙы күнектергән тренер Ринат Камалов тренерҙар штабында эшләйәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сергей Томаров быға тиклем – 2016, 2018 йылдарҙа – “Өфө” футбол клубына етәкселек иткәйне. Ике йыл элек ул “Өфө” футбол клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнгәйне.

Командаға килгәндә, ул яңы уйын миҙгеленә әҙерлекте башланы. Әлегә футболсылар – күрше Силәбе өлкә­һенең Әшә ҡалаһындағы ике аҙналыҡ уҡыу-күнекмәләрҙә. “Өфө”нөң йәштәр командаһынан да ярымһаҡсы Хәйҙәр Хәлилов менән һөжүм итеүсе Данил Әхәтов саҡырылған.

Тағы голкипер Алексей Кузнецов, ярымһаҡсы Никита Белоусов һәм һаҡсы Олег Дзантиев командаға кире ҡайтҡан. Улар “ҡуртым”ға алынғайны.

-  Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: