Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Июнь 2022, 22:34

Күрше төбәктәрҙән дә киләсәктәр

ufimets.ru
Фото:ufimets.ru

27 июнь – Йәштәр көнө. 1993 йылдан алып киң билдәләнгән был байрамды барыһы ла – кесеһе лә, олоһо ла – үҙ итә.

Тап ошо айҡанлы 25 июндә Башҡортостан һәм яҡын-тирә төбәктәр спортсылары Стәрлетамаҡта осраша: Urambairam 3х3 турнирының финал этабы ойошторола.

Был баскетбол буйынса турнирҙа рес­публиканың 50-нән ашыу ҡалаһы һәм районы спортсылары өс йәш төркөмөндә көс һынашасаҡ:

1) малайҙар һәм ҡыҙҙар (12 – 15 йәш);

2) егеттәр һәм ҡыҙҙар (16 – 21 йәш);

3) ирҙәр һәм ҡатындар (22 йәш һәм унан өлкәндәр).

Призлы урындарҙы яулағандарға диплом-миҙалдар  тапшырыласаҡ һәм 3х3 баскетбол  буйынса Рәсәй кубогына ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡтар.

Әйткәндәй, был ярыштар, Башҡортостан Хөкү­мәте Ҡарарына ярашлы, республика Спорт ми­нистр­лығының физкультура сараларын ойоштороу өсөн күрһәтелгән грант ярҙамында мөмкин булды. Унда һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Ғаризаларҙы түбәндәге һылтанма буйынса ебәрергә кәрәк: https://play.fiba3x3.com/events/0f7d48be-6c1d-4167-bbb0-fa544a28ea7a. Бынан тыш, сараны ойоштороусы “Уфимец” баскетбол клубының сайтында ла мәғлүмәт менән  танышырға мөмкин: https://www.ufimets.ru/.

-  Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: