Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән биатлон буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе директоры Виктор Никитинға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Виктор Никитин – Башҡортостандың биатлон буйынса йыйылма командаһы (юғары спорт оҫталығы һәм спорт оҫталығын камиллаштырыу) тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Уның тәрбиәләнеүселәрен хатта тотош донъяла бик яҡшы беләләр. Улар араһында Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаған Максим Чудов, 2017 йылда ир-егеттәр араһында чемпион тип танылған, дүрт тапҡыр Европа һәм дүрт тапҡыр Европа чемпионаттарында призлы урындарға сыҡҡан Антон Бабиков, быйыл Пекинда уҙғарылған Олимпия уйындарында өс тапҡыр бронза миҙалға лайыҡ булған, биатлон буйынса донъя беренселегендә – бронза, Европа чемпионатында көмөш миҙалға эйә булған Эдуард Латипов һәм башҡалар бар.
- Айһылыу НИЗАМОВА