Яҡын арала 3х3 форматындағы яңы хоккей лигаһы матчтарын ҡарай аласаҡбыҙ.
Рәсәй Хоккей лигаһы федерацияһы вице-президенты, СКА-ның баш тренеры Роман Ротенберг белдереүенсә, бындай матчтар илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ойоштороласаҡ. “Килешеү төҙөмәгәндәр йәки спорт карьераһын тамамлағандар ҙа уйнаясаҡ. Был – хоккейсылар өсөн социаль программа. Матчтарҙан килгән аҡсаға боҙ майҙандары төҙөйәсәкбеҙ һәм тренерҙарҙы уҡытасаҡбыҙ”, – тип әйткән ул Аllhockey.ru порталына. Әйткәндәй, был лигала Рәсәйҙең 16 ҡалаһы хоккейсылары көс һынашасаҡ.
Хоккейға бәйле йәнә бер яңылыҡ бар: буйы 1 метр 70 сантиметр булған 17 – 27 йәшлек ҡыҙҙарҙы “Ice Girls” көйәрмәндәр клубына яҙыу өсөн кастингка саҡыралар. Бының өсөн [email protected] һылтанмаһы буйынса алдан яҙылырға, анкета һорауҙарына яуап бирергә кәрәк. Ғаризалар 27 июнгә тиклем ҡабул ителә.
- Айһылыу НИЗАМОВА