17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов һәм “Спорт державаһы” форумы" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы генераль директоры Алексей Степанов хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Был документ төбәктә физик культура, спорт һәм сәләмәт тормош үҫешенә йүнәлтелгән. Бынан тыш, республика 2024 йылда Өфөлә “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумын уҙғарыу хоҡуғына ла дәғүә итә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.