Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Июнь 2022, 18:45

Тиҙҙән мәктәп спорты фестивале үтәсәк

Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара ойоштороу күҙаллана.

Тиҙҙән мәктәп спорты фестивале үтәсәк
Тиҙҙән мәктәп спорты фестивале үтәсәк

17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы 2022 йылда Өфөлә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе дәүләттәре ҡатнашлығында IX Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале уҙғарыуға килешеү төҙөнө.  

Документҡа Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Федерация президенты, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Олимпия чемпионы Ирина Роднина ҡул ҡуйҙы.

Мәктәп спорты фестивален Башҡортостандың баш ҡалаһында быйыл 15 ноябрҙән 20-һенә тиклем ойоштороу ниәтләнә. Программала ете спорт төрө буйынса ярыштар ҡаралған. Улар – мини футбол, баскетбол, волейбол, 3х3 баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон һәм шахмат.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: