Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Июнь 2022, 14:15

Туризм индустрияһы - әүҙем үҫешкән тармаҡ

Былтыр туризм йүнәлеше буйынса Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы төбәктә ҡунаҡсыллыҡ индустрияһына ярҙам итеүгә һәм уны әүҙем үҫтереүгә йүнәлтелгән бер төркөм сараларҙы ғәмәлгә ашырҙы.

Туризм индустрияһы - әүҙем үҫешкән тармаҡ
Туризм индустрияһы - әүҙем үҫешкән тармаҡ

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Рәсәй төбәктәрендә Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында алдынғы бишәү иҫәбендәге позицияһын һаҡлап ҡалды. Йыл һайын рейтингты Стратегик башланғыстар агентлығы эшлекле берекмәләр менән берлектә төҙөй. Был хаҡта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иғлан иттеләр.

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылда туризм йүнәлеше буйынса Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы төбәктә ҡунаҡсыллыҡ индустрияһына ярҙам итеүгә һәм уны әүҙем үҫтереүгә йүнәлтелгән бер төркөм сараларҙы ғәмәлгә ашырҙы.

– Глэмпингтар һәм турбазалар төҙөгән, яңы туристик маршруттар ойошторған, туризм инфраструктураһы объекттары төҙөгән эшҡыуарҙар һаны көндән-көн арта. Был эске туризмдың үҫә барыу тенденцияһынан тыш, эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар өсөн индустрияла бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуы хаҡында ла һөйләй, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. – Әйткәндәй, быйыл Ростуризм гранттары ярҙамында беҙҙең республикала туристик миҙгел башланыуға 16 яңы проект эшләй башланы. Уларға инвестицияларҙың дөйөм күләме 80 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы төбәктең Туризмды үҫтереү үҙәге менән берлектә сифатлы һәм конкурентлы туристик продукт формалаштырыу һәм алға этәреү өсөн шарттар булдырыу иҫәбенә эске һәм ситтән килеү туризмын комплекслы үҫтереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһында 2035 йылға тиклемге осорға Туризмды үҫтереү стратегияһы проектын әҙерләгән, ул Башҡортостан Республикаһында туризмды үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Стратегия проекты ағымдағы йылдың майында Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында хуплау тапты. Документта билдәләнгән төп күрһәткестәр араһында – республикаға йылына кәмендә 5 миллион туристы йәлеп итеү, туристик индустрия күләме күрһәткесен 25 миллиард һумға еткереү, тармаҡта мәшғүл булыусыларҙы ике тапҡыр арттырыу, туризмдан һалымдар инеүҙе тәьмин итеү, эске сәфәрҙәрҙең, туризмға инвестицияларҙың үҫеше, туристик хеҙмәттәр экспортын дүрт тапҡырға артырыу.

Күрһәтелгән туристик хеҙмәтләндереүҙәр сифатына айырыуса иғтибар бүленә. Коллектив урынлаштырыу сараларын классификациялау дауам итә. Бөгөнгә ғәмәлдәге 523 урынлаштырыу объектының 341-е классификацияланған һәм Федераль реестрға индерелгән.

Рәсәй туризмы тарихында тәүгә эске туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән бығаса булмаған ярҙам саралары күрелә, һәм республика турбаҙары уйынсыларының бурысы – уларҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыу. Төп закондар араһында – ҡунаҡхана тармағы субъекттары өсөн биш йылға өҫтәлгән хаҡҡа һалымды бөтөрөү тураһында Рәсәй Һалым кодексына төҙәтмәләр индереү тураһындағы закон. Ташламалы өҫтәлгән хаҡҡа һалымды әле булған ҡунаҡхана һәм башҡа урынлаштырыу саралары хужаларының да алыу мөмкинлеге бар, улар өсөн нуль ставкаһы 2027 йылдың 30 июненә тиклем ғәмәлдә була, ә мотлаҡ классификация үтмәгән ҡунаҡханалар өсөн был процесты тиҙләтеү өсөн яҡшы мотивация.

Ағымдағы йылдың майында Ростуризм отелдәр төҙөүгә һәм реконструкциялауға бизнесты льготалы кредитлау программаһын ғәмәлгә индергән. Был сара инвесторҙарға майҙаны 5 000 квадрат метрҙан кәм булмаған йәки 120 номерҙан башланған номер фонды менән “өс йондоҙҙан” кәм булмаған категориялы отелдәр, шулай уҡ шифаханалар төҙөргә йәки реконструкцияларға заем аҡсаһын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Кредит күләме 100 миллиондан 70 миллиард һумға тиклем булыуы ихтимал. Кредиттар йылына 5 процентҡа тиклем ставка менән 15 йылға тиклем биреләсәк.

Туризмды үҫтереүсе эшҡыуарҙар өсөн тағы бер көнүҙәк сара – кредит каникулдары. Уларға 2022 йылдың 1 мартына тиклем кредит килешеүе төҙөгән заемсылар дәғүә итә ала. Ваҡытты оҙайтыу йәки түләү күләмен кәметеү өсөн 2022 йылдың 30 сентябренә тиклем мөрәжәғәт итергә була, кредит каникулдарының максималь ваҡыты – алты ай.

Туризм өлкәһендә ярҙам саралары комплексы республика кимәлендә лә ҡаралған. Улар иҫәбендә – туризм өлкәһендәге проекттарға ҡағылышлы, инвестициялар күләме сиген 100-ҙән 10 миллион һумға тиклем кәметеү йәһәтенән өҫтөнлөклө инвестиция проекттары механизмы. Туристик проекттарға “Инвестиция сәғәте” форматында Башҡортостандың Инвестиция комитеты ултырышы сиктәрендә ярҙам күрһәтелә. “Өҫтөнлөклө” статусына эйә проекттар өсөн иң мөһим өҫтөнлөктәрҙең береһе – ер участкаларын сауҙаһыҙ алыу. Ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙар Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына проектты тейешле кимәлдә әҙерләү һәм артабан Инвестиция сәғәтенә сығарыу өсөн мөрәжәғәт итә ала.

“Оло Урал” макротөбәгенә инеү, “Туризм корпорацияһы.РФ” акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү һәм “Рестораторҙар һәм отельерҙар федерацияһы” рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында меморандум Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының ҡунаҡсыллыҡ индустрияһына ҡағылған төп саралары араһында булды. Меморандум ресторан бизнесына, туҡланыуға, “йорттан ситтә” һәм мәктәптә туҡланыуға, урындағы аҙыҡ-түлеккә, ҡунаҡхана эшенә, халыҡ кәсептәренә, мәҙәни-күңел асыу үҙәктәренә ҡағылышлы берлектәге саралар әҙерләүҙе һәм тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостандың “Оло Урал” макротөбәгенә инеүе туристик юҫыҡта күрше төбәктәр менән кооперация өсөн мөһим стратегик аҙым булды. Тотош биләмәләрҙең туристик оҫталыҡ пландарына булышлыҡ итеү “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының бер өлөшө булып тора. Бынан алда Туризм буйынса федераль агентлыҡта илдең “туристик каркасы” буласаҡ ун ике макробиләмә бүленгәйне. Килешеүгә ҡул ҡуйылған биш төбәк – Башҡортостан, Пермь крайы, Свердловск, Төмән, Силәбе өлкәләре – үҙ аллы туристар һәм туроператорҙар ойошторған экскурсия сәфәрҙәре өсөн уңайлы һәм берҙәм инфраструктура булдырыу өсөн көстәрен берләштерәсәк.

Туризм.РФ корпорацияһы – ул устав капиталдарында ҡатнашыу юлы менән инвесторҙарға инфраструктура булдырыу буйынса тейешле ярҙам күрһәтеүсе, туристик биләмәләрҙең мастер-пландарын әҙерләүсе, шулай уҡ кластерлы ҡараш принциптарында тәьмин итеүсе инфраструктура төҙөлөшөн финанслаусы федераль ойошма.  Корпорация эшмәкәрлеге төрҙәре үҫеш институты, инвестиция компанияһы һәм девелопер булараҡ өс төп ролде ғәмәлгә ашырыуҙа төҙөлгән. Партнерҙар үҙ ҡарамағына 3-5 процент ставка менән льготалы кредиттар, кәрәк булғанда юлдар һалыу һәм инженер коммуникациялары үткәреү генә алмай. Корпорацияның компетентлы белгестәре проектҡа ҡушыла, иң ҡатмарлы бизнес-этаптар инвесторҙар менән бергә тормошҡа ашырыла.

Туризм индустрияһының ҡунаҡхана секторы һөҙөмтәле эшләһен өсөн күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты һәм урынлаштырыу сараларының иҫәбен арттырыу ғына түгел, ә турбазалар, глэмпингтар һәм отелдәр урынлашасаҡ урындарға туристар ағымының йылдам үҫеүе талап ителә. Әйтәйек, 2021 йылда Башҡортостан Республикаһына туристар ағымы 3,5 миллиондан ашҡан, 2020 йыл менән сағыштырғанда үҫеш – 20 процент, күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме 13 миллиард һум тәшкил иткән.

Туризм индустрияһы – Башҡортостанда иң табышлы һәм йылдам үҫешкән тармаҡтарҙың береһе. Граждандарҙың табыштарын һәм бөтә кимәлдәге бюджеттарҙы арттырыуҙа, эш урындары булдырыуҙа сағылған тура иҡтисади һөҙөмтәнән тыш, туризм тармағы республика иҡтисадының ҡайһы бер башҡа тармаҡтарына – сауҙаға, төҙөлөшкә, элемтәгә, транспортҡа, сәнәғәткә һәм ауыл хужалығына, күңел асыу индустрияһына, көнкүреш хеҙмәтләндереүенә һәм йәмәғәт туҡланыуына ҙур дәртләндереү йоғонто яһай.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56372

Фото: abzelil.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: