Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән Руслан Фәйзуллин велосипедта сәйәхәт итергә ярата. Ул Санкт-Петербургтан Сибайға тиклем 2700 саҡрым арауыҡты үтеп, тыуған ҡалаһына имен-һау килеп еткән.
Руслан Ғәфүр улы алты йылдан ашыу велосипед спорты менән шөғөлләнә. Башта ул 100 саҡрым арауыҡҡа ғына сәйәхәт ҡылһа, 2020 йылдан алыҫ тарафтарға ла сығырға йөрьәт итә. Егет әлеге ваҡытта Санкт-Петербургта йәшәй. Тыуған яғына юл тотҡанда ул илебеҙҙең төрлө ҡала һәм ауылдары аша уҙған.
"Мәскәүҙә сәйәхәтте туҡтатырғамы икән тип тә уйлағайным. Сөнки баш ҡалаға еткәндә сәләмәтлегем ҡаҡшағайны. Тубыҡтарым ныҡ ауыртты, эшлекһеҙ хәлгә етте. Көнөнә 150-200 саҡрым үтеп тубыҡтарыма ныҡ көс төшкән. Мәскәүгә биш көндә барып еттем. Ул Санкт-Петербургтан 650 саҡрым алыҫлыҡта ята. Алдымда, һаулығым мөһимме, әллә сәйәхәтме, тигән һорау торһа ла, маҡсатымды тормошҡа ашырырға булдым. Шулай итеп, кәрәкле дауалауҙар алғас, юлымды дауам иттем", - ти Руслан.
Хәҙер бер аҙ сәләмәтлегемде нығытып, ял итеп, көс туплап алһам, йәнә алда ҡуйған хыялдарымды тормошҡа ашырырға уйлайым, тип сәйәхәтсе егет.
Фото: "Атайсал" гәзите.