Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Июнь 2022, 14:54

Алан миҙал менән ҡайтты

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе баҙыҡланмай, киреһенсә, көнүҙәк була бара. Ә сәләмәтлек нигеҙе – спорт менән дуҫ булыуҙа, сөнки ул үҙеңдең етешһеҙлектәреңде бөтөрөргә, маҡсатлы, сыҙамлы булырға өйрәтә.

Теннис – Олимпия уйындарының бер төрө. Унда спортсы ракетка ярҙамында тупты ҡаршы яҡтағы дәғүәсеһе кире ҡайтара алмаҫлыҡ итеп бәрергә тейеш. Теннис тарихы XIX быуат аҙағында башлана. 1926 йылда Халыҡ-ара өҫтәл теннисы федерацияһы ойошторола, 1988 йылдан өҫтәл теннисы – Олимпия спорт төрө.

Күптән түгел Мәскәүҙәге Милли теннис үҙәгендә 17 йәшкә тиклемгеләр араһында Рәсәй беренселеге еңеүселәре асыҡланды. Унда Башҡортостандан Алан Абдуллин, Саранскиҙан Иван Юткинды еңеп (2/6, 6/4, 6/4), өсөнсө урынды яуланы.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: