Ҡырмыҫҡалы районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлегенә һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған көрәш һәм ирекле көрәш буйынса республика турниры уҙҙы. Унда, Ҡырмыҫҡалы көрәшселәренән башҡа, Архангел, Ауырғазы райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан килгән 70-кә яҡын спортсы көс һынаны.
Беҙҙең район исеменән Бишауыл-Уңғар, Ҡабаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Олокүл, Прибельский ауылдары спортсылары (тренерҙары – Заһит Солтаҡаев, Рәмзит Ғәлиәкбәров һәм Марат Тажетдинов) ярышты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров тәбрикләп, яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығын иҫкә алды һәм йәш көрәшселәргә уңыштар теләне.
Бәйге ике келәмдә барҙы: өлкәнерәк балалар (2007-2008 йылғылар) – көрәштә, кесерәктәр (2009 – 2011 йылғылар) ирекле көрәштә көс һынаны. Һәр кем еңеү өсөн тырышты. Келәмгә сыҡҡан көрәшселәрҙең күҙҙәренән ут сәсә ине. Улар көрәштәштәренә юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ тырышлығын эшкә екте. Сынығыу алған малайҙарҙың йығылып бәрелгәндән һуң да, бер нимәгә ҡарамайынса, көрәште дауам итеүе һоҡландырҙы, ә судьялар бәйге ҡағиҙәләренең боҙолмауын иғтибар менән күҙәтте.
Көсөргәнешле ярыштарҙа районыбыҙ көрәшселәре һынатманы. Турнир һөҙөмтәләре буйынса йәш спортсыларға миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ улар баһалап бөткөһөҙ тәжрибә лә алды.
Йәшләй көрәш майҙанында сынығыу алған малайҙарыбыҙ киләсәктә лә күңелдәрендә көрәшсе рухын һүндермәйенсә алға атлаһын. Уларға сыҙамлыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Илдар КАРПОВ,
Прибельский ауылы, 50 килограмға тиклемгеләр араһында беренсе урынды яуланы:
– Бөгөнгө бәйге көсөргәнешле булды, көрәштәштәрем бик көслө ине. Тәүге урынға сығырмын тип уйламағайным да. Көрәш менән биш йылға яҡын шөғөлләнәм. Бик оҡшай, ярышыу тырышлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һәм ныҡышмалылыҡҡа өйрәтә.
- Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА
Ҡырмыҫҡалы районы