25 июндә уҙған XXXIII Бөтә Рәсәй олимпия көнөндә Башҡортостандан 43 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең спорт министры Руслан Хәбибов ошо хаҡта хәбәр итте. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.
Спорт байрамы республиканың барлыҡ муниципалитеттарында үтте. Халыҡ өсөн 200-ҙән ашыу күмәк физкультура сараһы ойошторолдо. Улар иҫәбендә – балалар өсөн олимпия старттары, йөҙөү буйынса “Олимпия өмөттәре” эстафетаһы, “Олимпия хәрәкәте” темаһына викториналар һәм традицион ярыштар – волейбол, футбол матчтары, стритбол, шахмат, армспорт буйынса район турнирҙары.
Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге Бөтә Рәсәй олимпия көнөнөң төп майҙансығы булды, унда өс меңдән ашыу ҡатнашыусы килде. Бында 20 спорт төрө буйынса күрһәтмә сығыштар һәм ярыштар үтте. Бынан тыш, 300-ләгән кеше ГТО комплексы нормативтарын үтәне.
Бөтә Рәсәй олимпия көнө сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Бокс федерацияһы хеҙмәттәшлек итеү һәм төбәктә был спорт төрөн үҫтереү тураһында килешеү төҙөнө.
Республиканың спорт министры муниципалитет етәкселәренә байрамды ойоштороуҙа, үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ Рәсәй олимпия хәрәкәтендә Башҡортостан спортсыларының ҙур өлөшөн билдәләне.
– Республиканың йәйге һәм ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу тарихында Башҡортостандан 27 спортсы 45 олимпия миҙалы яуланы – 12 алтын, 11 көмөш һәм 22 бронза награда, – тине Руслан Хәбибов.
Киләһе ҙур ярыштар төбәктә 29 июлдән 31-енә тиклем үтәсәк. Был - “Хеҙмәт резервтары” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте корпоратив уйындары. Улар 1 200-ҙән ашыу ҡатнашыусыны – илдең 120 ҙур предприятиеһы вәкилдәрен ҡабул итәсәк.
Башҡортостан Башлығы ярыштарҙы һәм физкультура сараларын даими уҙғарыу мөһимлеген билдәләне.
– Республикабыҙҙа спорт календары бик бай, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Яҡын арала ҡайһы бер халыҡ-ара ярыштарҙың беҙҙең өсөн ябыласағын аңлайбыҙ. Шуға күрә Башҡортостанда спорт сараларын ойоштороу, үткәреү буйынса бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.