Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
28 Июнь 2022, 20:45

Был уларға ышаныс өҫтәйәсәк

Асҡында был йыйындар 8 июлгә тиклем барасаҡ.

Был уларға ышаныс өҫтәйәсәк
Был уларға ышаныс өҫтәйәсәк

Асҡындағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында самбо буйынса күнекмәләр йыйындары, Рәсәй беренселегенә әҙерлек башланды.

Физик әҙерлекте күтәреү һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан 11 команда йыйылды. Береһе – Пермь крайынан, икәүһе – Удмурт Республикаһынан. Күнекмәләрҙе үткәреү өсөн самбо буйынса спорт мастеры, 2018 йылда үткәрелгән самбо буйынса донъя беренселеге, 2021 йылда Ҡазанда уҙғарылған V йәйге спартакиада еңеүсеһе, Ырымбурҙа ойошторолған самбо буйынса Рәсәй чемпионатында бронза миҙал яулаған Данир Шәмсетдинов килгән.

Был йыйындар 8 июлгә тиклем барасаҡ. Программала самбо буйынса күнекмәләр генә түгел, саф һауала футбол уйнау, бассейнда йөҙөү, Асҡын ауылы буйлап экскурсия ҡаралған.

Фото: vk.com/wall

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: