Тәүге тапҡыр быйыл Татарстанда үткән Донъя чемпионатында атта көрәш төрө (ауҙарыш) буйынса ла ярыш ойошторолған. Унда Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Татарстан, Башкортостан һәм Ҡалмыҡ республикаларынан, Алтайҙан килгән вәкилдәр үҙ көстәрен, таһыллыҡтарын һынап ҡараған. Башҡортостандың йыйылма командаһы составында сығыш яһаған яҡташыбыҙ Ғәлим Яуынбаев (тренеры Салауат Баһаув) 90 кг ауырлыҡ категорияһында беренсе урын яулап, донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды!
Ғәлим Яуынбаев ат яратҡан, уның өҫтөнән төшмәгнә егеттәрҙең береһе. Ул оҙаҡ йылдар Баймаҡ районы командаһы составында "Ылаҡ" уйынында ҡатнашҡан, төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулаған. Әбйәлил егетен оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Абзелил" гәзите сайтынан.