Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Июнь 2022, 19:45

Ирәмәлгә сәйәхәт ҡылығыҙ!

Көс туплап, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырып ҡайтырһығыҙ.

Ирәмәлгә сәйәхәт ҡылығыҙ!
Ирәмәлгә сәйәхәт ҡылығыҙ!

“Үлем үҙәне” һәм “Батша һуҡмағы”, таш йылғалар һәм тау күлдәре, ос-ҡырыйһыҙ ылыҫлы урмандар. Бындай матурлыҡты мөғжизәле тауға – Ирәмәлгә артылып күрергә була.

Был тауҙы көс биреү урыны тип һанайҙар һәм Мысыр йәки Мая пирамидаларына тиңләйҙәр. Июлдә бында ҡар ята, аяҙ күк йөҙөн күҙ асып йомғансы дауыл ҡаплап ала. Тау һуҡмағы буйлап күтәрелгәндә сәйәхәтсе бер нисә ландшафт һәм климат зоналарын үтә: тайганан тундраға тиклем, үҙәндәрҙән поляр зонаға ҡәҙәр. Һәм бында бөтә хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр...

Беҙҙең роликты ҡарап илһамланығыҙ һәм Ирәмәлгә юлланығыҙ.

Фото: traveltimes.ru

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: