Башҡортостандан 44 спортсы быйыл 2 – 9 октябрҙә уҙасаҡ “Беҙ бергә. Спорт” йәйге уйындарында көсөн һынауға әҙер. Республика исеменән улар терәк-хәрәкәт ағзалары йәрәхәтләнгәндәр спорты, һуҡырҙар спорты, аң-зиһенендәге тайпылыш булғандар спорты буйынса сығыш яһаясаҡ.
Еңел атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы, коляскала фехтование, велосипед спорты – туғыҙ спорт төрөнөң ошо бишәүһендә республика спортсылары үҙ көсөн һынаясаҡ. “Әлбиттә, йыйылма командабыҙҙан һәр кем пьедесталдың беренсе баҫҡысына күтәрелеүгә лайыҡлы. Ә октябрҙә, һәр саҡтағыса, иң көслө берәү еңеү яулаясаҡ”, – ти 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Милләт йәшлеге. Башҡортостан Республикаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Рима Баталова.
Башҡортостан спортсылары Паралимпия уйындарына әүҙем әҙерләнә, әммә аҙаҡҡы ҡарарҙы Рәсәйҙең Паралимпия комитеты хәл итәсәк. “Тап ул дәғүәселәрҙең Рәсәй йыйылма командаһына индереү буйынса ҡарар ҡабул итә. “Беҙ барыбыҙ ҙа Уйындарҙа башҡорт спортсыларының да ҡатнашыуын көтәбеҙ, контроль старттарға ҡарағанда, улар иң юғары һөҙөмтәләрҙе күрһәтәсәк. Еңеүҙәренә ышаныс ҙур. Алға, Башҡортостан!” – тине Рима Баталова.
Спортсыларға күнекмәләрҙе ойоштороу йәһәтенән әллә ни артыҡ үҙгәрештәр юҡ. Спорттың үҫеше дауам итә, күп иғтибар бүленә. Рима Баталова иҫәпләүенсә, илебеҙҙәге ярыштарҙа ҡатнашыуҙы бер кем дә тыймай. Рәсәй Спорт министрлығы ла, илдең Паралимпия комитеты ла, Спорт федерацияһы етәкселеге лә бының өсөн барыһын да эшләй.
“Паралимпиада спортсыларының йәйге уйындары “Беҙ бергә. Спорт” хәрәкәтенә ярашлы уҙасаҡ тағы бер ҙур ярыш буласаҡ. Сочиҙағы йәйге уйындарҙа – 850 спортсы, шул иҫәптән Белоруссия, Әрмәнстан, Төркмәнстандан 150 вәкил ҡатнашыр тип көтөлә. Әлбиттә, ШОС, БРИКС, БДБ илдәренән спортсыларҙың ҡатнашыуын ойоштороу бара”, – тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.
Айһылыу НИЗАМОВА