Йәшәйешебеҙгә сәм, дәрт, хатта йәм өҫтәгән, сәләмәт тормош алып барыуға өндәгән өлкәләр бар. Шундайҙарҙың береһе – спорт. Кемгәлер футбол йәки хоккей уйнау оҡшай, икенселәрҙең күңеленә балыҡтай йөҙөү яҡын, өсөнсөләр туп тибергә ярата, дүртенселәр көҙгөләй ялтыраған боҙҙа сәкән һуғыу, хоккей уйнау менән мауыға. Бөгөнгө геройыбыҙ Нур Ҡәҙербаев үрҙә әйтелгән барлыҡ спорт төрҙәре менән бала саҡтан дуҫ.
Хәйер, башҡаса мөмкин дә түгелдер. Башҡортостаныбыҙҙың ғәжәйеп тәбиғәтле Белорет районындағы Йөйәк ауылынан бит ул. Ул саҡта, әлеге кеүек гаджет-телефондар булмаған осорҙа, бала-саға урамда йәки тәбиғәт ҡосағында төрлө уйын уйнар, спорт төрҙәре менән шөғөлләнер ине. Тағы шуныһы: ошо мәғрур ҡаялар, йәшел ҡалҡан кеүек урмандар, үтә күренмәле Инйәр йылғаһы буйында үҫкән егет бәләкәй сағынан һүрәт төшөрөү менән дә мауыҡҡан. Был шөғөлө уны Өфөләге һынлы сәнғәт мәктәп-интернатына (хәҙерге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты) художество класында белем алыуға килтергән. “Үҙемде белгәндән бирле һүрәт төшөрҙөм, шул уҡ ваҡытта төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә яраттым”, – ти хәҙер Нур Ҡәҙербаев. Шуға урта мәктәпте тыуған ауылында тамамлаған егетте ул саҡтағы Йөйәк урта мәктәбе директоры Ҡасим Әлибаевтың физкультура уҡытыусыһы итеп саҡырыуы тиктәҫкә түгел. Артабан Эстонияла әрме хеҙмәтендәге төрлө спорт сараларында – йүгереү булһынмы, саңғыла шыуыумы – ҡатнашыуы һис ғәжәп хәл түгел.
Яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына илтмәй әҙәм балаһын. Нур Ҡәҙербаевҡа ла заманында әрме хеҙмәтенән һуң тыуған ауылы эргәһендәге тимер юлда эшләргә тура килгән. Бер йәй ул ваҡытта “Йәшлек” гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән, хәҙер Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев ауылға ҡайтҡас: “Йәшлек” гәзитенә рәссам кәрәк. Кил беҙгә эшкә”, – тип саҡыра, тик бына тимер юлында эшләгән егетте хеҙмәт урынынан ебәрмәй маташалар. Шулай ҙа үҙен гәзиттә һынап ҡарарға була ул. Бер аҙнанан “Йәшлек” гәзитенең ул саҡтағы баш мөхәррире Артур Иҙелбаев уны эшкә алырға ҡарар итә.
“Тәүге тапҡыр фотохәбәрсе Илдар Бикҡужин менән Ҡырмыҫҡалы районына командировкаға барғайным. Ҡул һуғышы буйынса ярыштар бара ине. Ошо саранан яҙылған беренсе мәҡәләм донъя күрҙе”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты ул.
Хәҙер инде Нур Тимербай улының аҙна һайын гәзиттә “Спорт” махсус бите донъя күрә. “Әлеге баш мөхәрриребеҙ Артур Хәсән улы Дәүләтбәков эшкә килгәс, спорт темаларын яҡтыртҡан махсус бит сыға башланы”, – ти ул. Тап ошо теманы киң һәм төплө яҡтыртҡаны өсөн Нур Ҡәҙербаев Башҡортостан Республикаһының журналистика өлкәһендәге иң яҡшы ижади эштәргә бирелә торған Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
...Бала саҡтан Инйәрҙә хоккей уйнап үҫкән, заманында физкультура уҡытҡан, артабан спорт журналистикаһын үҙ иткән Нур Ҡәҙербаев – шәп көйәрмән дә. Ул республикабыҙҙың “Салауат Юлаев” хоккей командаһының, биатлонсыларыбыҙҙың һәм башҡа спортсыларыбыҙҙың ярыштарын даими күҙәтеп бара. “Спорт сәләмәт тормош алып барырға өндәй. Бынан тыш, һәр кемдә беренселеккә ынтылыш, самимилек уята, физик һәм рухи йәһәттән ныҡ булырлыҡ, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫлек холоҡ сифаттарын тәрбиәләй”, – ти Нур Тимербай улы.
Айһылыу НИЗАМОВА