Өфөлә үткәрелгән XXXIII Бөтә Рәсәй олимпия көнөнөң маҡсаты халыҡты физик культура, спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, олимпия хәрәкәтен пропагандалау ине.
Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үткәрелгән сара “Чемпион менән зарядка”нан башланды. Теләге булғандар спортсылар менән аралашты, үҙҙәрен төрлө спорт төрҙәрендә һынаны, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны, волейбол, баскетбол, еңел атлетика һәм башҡа спорт төрҙәрендә ҡатнашыусылар өсөн янып-көйҙө, кемдер ГТО нормаларын тапшырҙы.
Спорт байрамында ҡатнашҡан абруйлы ҡунаҡтар араһында Рәсәй Спорт федерацияһы секретары, күп тапҡыр Паралимпия, донъя, Европа, ил чемпионы Татьяна Кириенко, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, бокс буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Алексей Тищенко һәм башҡалар бар ине.
Ошо уҡ көндө лайыҡлыларға спорт өлкәһендәге гранттар һәм махсус программалар сертификаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Әбйәлил районынан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренеры Илмир Бүләкбаев, Белорет районынан бокс буйынса тренер Фидан Сибәғәтов һәм Әлшәй районынан ауыр атлетика буйынса тренер Рифат Миңлейәров бар ине. Улар “Ауыл тренеры” программаһы буйынса 600 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.
Айһылыу НИЗАМОВА