24-26 июндә Татарстанда билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионаты уҙҙы. Уның сиктәрендә беренсе тапҡыр һыбай килеш көрәшеү буйынса турнир ҙа ойошторолдо. Унда ете ил вәкилдәре көс һынашты.
Шуныһы һөйөнөслө: был үҙенсәлекле сағыу ярышта 90 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә яҡташыбыҙ Ғәлим Яуынбаев (һүрәттә уңда) чемпион исемен яуланы. Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Әбйәлил районы командаһы (тренер – Салауат Баһаув) спортсыһы көсөргәнешле финал алышында Ҡырғыҙстан егетен еңде.
Ғәлим Әлмөхәмәт ауылынан. Үҙенең шәхси хужалығында йылҡы үрсетә. Өс йыл инде ат спорты менән шөғөлләнә. Әлеге еңеүендә ата-әсәһенең өлөшө ҙур булыуын билдәләп: “Уларҙың доға-фатихаһында ошондай уңышҡа өлгәштем. Атайым Шафиҡ Абдулғәни улы менән әсәйем Зөлфирә Харрас ҡыҙына рәхмәтем сикһеҙ”, – тине.
Афарин, яҡташ! Ҡотлайбыҙ!
- Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА