Республикала “Башҡортостан” тип исемләнгән гандбол клубы эш башлаясаҡ. Был хаҡта күптән түгел Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе.
“Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр гандболын берләштерҙек. Шул уҡ ваҡытта “Өфө-Алиса” һәм “ӨДНТУ-ВНЗМ” командаларын һаҡлап алып ҡалабыҙ. Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр гандболы үҫешенә айырыуса иғтибар бүләбеҙ”, – тине спорт министры.
“Республика етәкселегенең күп көс һалыуы һөҙөмтәһендә гандбол Башҡортостанда йәшәүен дауам итә. Яңы клубтың барлыҡҡа килеүе – профессиональ спорт үҫешендә яңы этәргес ул”, - тип белдерҙе “Башҡортостан” спорт гандбол клубы генераль директоры Александр Горбатиков.
“Өфө-Алиса” гандбол клубының элекке уйынсыһы, хәҙер республиканың Спорт министрлығы хеҙмәткәре Ксения Ситдыҡованың хәбәр итеүенсә, клубтарҙың берләшеүе Башҡортостандағы гандбол яҙмышына ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Әйткәндәй, команданы ойоштороусы – Башҡортостандың Спорт министрлығы.
Фото: sport.bashkortostan.ru