Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Июль 2022, 08:45

Рөстәм Нәбиев Казбекты яуларға йыйына

Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ. ”Рөстәм, сәләмәтлегеңде һаҡла, иҫән-һау әйләнеп ҡайт!” – тип тә өҫтәге килә.

Рөстәм Нәбиев Казбекты яуларға йыйына
Рөстәм Нәбиев Казбекты яуларға йыйына

Блогер Рөстәм Нәбиев тынысланырға уйламай, тағы ла яңы бейеклектәр яуларға ынтыла. Был юлы ул  Казбекка күтәрелмәксе. Көслө характерлы, ҡорос ихтыярлы егет тураһында хәҙер бөтә донъя белә.

UfA1.RU хәбәр итеүенсә, ул әле Грузияла.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Казбек Кавказдағы иң бейек пиктарҙың береһе, бейеклеге биш мең метрҙан артығыраҡ.  Ошоға тиклем Рөстәм Манаслу һәм Эльбрус бейеклектәрен яуланы. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ. ”Рөстәм, сәләмәтлегеңде һаҡла, иҫән-һау әйләнеп ҡайт!”– тип тә өҫтәге килә.

Фото:Ufa1.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: