Республика Хөкүмәте йортонда “ГТО-ның 90 йыллығы” иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләү сараһы үтте. Был награда менән “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергән Башҡортостанда ГТО комплексын үтәү һәм пропагандалау өсөн яуаплылар бүләкләнде.
Башҡортостан Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, сара республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм хәрби-спорт фонды - Башҡортостан попечителлек советы рәйесе, Рәсәй Геройы Умарпаша Ханалиев етәкселегендә үтте.
Ирек Сәғитов билдәләүенсә, уҙған йыл “Хеҙмәткә һәм СССР-ҙы обороналауға әҙер” тигән Бөтә Союз комплексынының 90 йыллығын байрам итеү ҡанаты аҫтында үтте. Йыл дауамында ил буйынса был иҫтәлекле датаға арнап йөҙләгән физкультура-спорт саралары ойошторолдо.
- 2021 йыл беҙҙең республикала комплексты тормошҡа ашырыуҙа уңыш ҡаҙаныуы менән билдәләнде. Башлығыбыҙ Радий Фәрит улы Хәбиров уҙған йылдың майында Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы субъекттарының 20 топ лидеры иҫәбенә инеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика ышаныслы рәүештә 20-се урын яуланы. Бында ошо залда ултырыусыларҙың хеҙмәте сағыла , – тине вице-премьер.
Умарпаша Ханалиев та Башҡортостанда ГТО комплексын үҫтереү буйынса эште юғары баһаланы.
- ГТО нормативтарын тапшырыу тормошобоҙҙоң нормаһына әүерелде. Был эшкә ирекле рәүештә тотонған барлыҡ функционерҙар уңышҡа өлгәште, тип бөгөн ышаныслы рәүештә әйтә алам. Бөгөнгө бүләкләүҙәр республикала ГТО үҫешенә йүнәлтелгән саралар циклының бер өлөшө, - тип билдәләне Умарпаша Ханалиев.
Сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, 2021 йыл республикала ГТО-ны үҫереү йәһәтенән емешле булған. Хеҙмәт коллективтары араһында бер нисә фестиваль үткәрелгән, комплексты һанлаштырыу буйынса эш башланған. Беҙҙең республикала башланғыс алған ГТО-ның йәш судъялар системаһы үҫеүе дауам итә, һынауҙарҙа ҡатнашыусылар һаны һәм уларҙың сифат күрһәткестәре арта.
Уҙған йылдың әһәмиәтле сараһы – хеҙмәт коллективтары араһында “Хеҙмәткә һәм СССР-ҙы обороналауға әҙер” тигән Бөтә Союз физкультура комплексынының 90 йыллығына арналған бөтә Рәсәй фестивале үтте.
Ул Өфөлә 12 майҙан 16-һына тиклем барҙы. Республикаға 350-нән ашыу ҡатнашыусылар йыйылды - илдең 29 төбәгенән 39 команда ҡатнашты. Улар мәргәнлектә, һығылмалылыҡта, көстә һәм тиҙлектә ярышты.
2022 йылдың 1-се кварталы һөҙөмтәләре буйынса, республикала ГТО комплексы нормативын тестлауҙа 25 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙың 3444-е ГТО-ны отличие билдәһенә нормативты үтәне, алтын билдәгә – 3224, көмөшкә – 131, бронзаға 89 кеше башҡарҙы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.