Берәй спортсы район, ҡала, республика, ил йәки хатта тотош донъя кимәлендә ниндәй ҙә ҡаҙанышҡа өлгәшкән икән, бында, әлбиттә, тренерҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостанда спорт сараларының береһен тантаналы асҡан ваҡытта республика Башлығы Радий Хәбиров: “Тренер – ул физик йәһәттән яҡшы үҫешкән, ҡыйыу, етеҙ спортсы ғына түгел, ысын кеше тәрбиәләүсе лә. Ул беҙгә барлыҡ күңелен, йөрәген, һаулығын бирә”, – тип билдәләгәйне.
Барыһы ла иғтибарҙан башлана
Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда спортҡа иғтибар ныҡ артты. Был юҡҡа түгел, сөнки сәләмәт быуынһыҙ илдең киләсәге ышанысһыҙ икәнлеге көн кеүек асыҡ. Хәҙерге заман балаларының иғтибарын төрлө гаджет-телефондарҙан айырып, спортҡа – сәләмәт тормош алып барыуға – йәлеп итеүҙә физкультура уҡытыусыларының, тренерҙарҙың әһәмиәте бик ҙур. Тап ошо йәһәттән Башҡортостан физик культура институты уңышлы эшләй. Өҫтәүенә тренерҙарҙың эшен ҡеүәтләү өсөн республикала тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһы барлыҡҡа килде. Был проект республикала 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы ғәмәлгә инде. Әйткәндәй, республикабыҙ Рәсәйҙә ауыл ерендә эшләгән спорт тренерҙарына һәм остаздарына бындай ярҙам проектын уңышлы тормошҡа ашырған тәүге төбәк булды. Шуны билдәләргә кәрәк: башта был программа йәш белгестәрҙе ауыл-ҡасабаларға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға йәлеп итеүҙә булышлыҡ күрһәтә ине. Хәҙер был суммаға халҡы 100 меңгә тиклем булған ауыл һәм ҡалаларҙан спорт педагогтары ла дәғүә итә ала. Шулай итеп, йыл һайын ошо маҡсатҡа 60 миллион һум аҡса бүленә. Һәм был программа буйынса ҡулаҡса түгел, ә сертификат бирелә. Уны торлаҡ (өй йәки фатир) өсөн ер биләмәһе һатып алыуға, йорт төҙөүгә, автомобиль транспортын һатып алыуға, белем алыуға тотонорға мөмкин. Һөҙөмтәлә был программа педагогтарға ауылда төпләнергә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, уны алған тренер кәмендә биш йыл ауыл ерендә эшләргә тейеш.
Башҡортостандың Спорт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2020 йылда 34 спорт педагогы 600 мең һумлыҡ сертификаттар алған. Былтыр тағы 20 кеше ошондай грантҡа эйә булған.
Белгестәр билдәләүенсә, йәш белгестәрҙе ауыл еренә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән был программа барлыҡҡа килгәс, спорт мәктәптәрендә эшләргә теләгән йәш тренерҙар һаны артҡан.
Әбйәлилдәр спорт менән дуҫ
Күптән түгел Өфөлә үткәрелгән XXXIII Бөтә Рәсәй олимпия көнөндә республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан тренерҙарға “Ауыл тренеры” сертификаты тапшырылды. Улар араһынан Илмир Бүләкбаев – сығышы менән Әбйәлил районының Амангилде ауылынан. “Мәктәпкә уҡырға барғанға тиклем спорт менән мауыға башланым. Был тәбиғиҙер ҙә, сөнки бала саҡта ауылдағы тиҫтерҙәрем менән туп тибеп, сәкән һуғып, саңғыла шыуып, йүгереп уйнап үҫтек, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты ул. – Амангилде урта мәктәбенә уҡырға барғас, Ғәзиз Вәсил улы Хөснөтдинов (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүм инде) менән Нил Мәһәҙи улы Ҡужәхмәтов беҙҙе спортҡа тағы ла нығыраҡ ылыҡтырҙы”. Илмир Мөхәррәм улы белдереүенсә, башта ул футбол, баскетбол уйнарға яратҡан. “IX класты тамамлап, X класҡа барғанда, буйға бер аҙ оҙонайғас, тупты селтәр аша яҡшылап һуға алғас, волейбол да оҡшай башланы, – тине әңгәмәсем, йылмайып. – Өҫтәүенә ул саҡта ауылдағы күптәр ошо спорт төрөн үҙ иткәйне. Аҙаҡ инде волейбол, баскетбол һәм футбол ярыштарында Әбйәлил районы өсөн уйнай башланым”.
Хәҙер Илмир Бүләкбаев – тағы Асҡарҙың 1-се урта мәктәбендә физкультуранан уҡыта, Әбйәлил районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер ҙа булып эшләй. “Балалар күнекмәләргә ихлас йөрөй. Йыл һайын районда ярыштар үткәрәбеҙ, тәрбиәләнеүселәрем менән үҙебеҙ ҙә спорт сараларында ҡатнашабыҙ. Киләсәккә ҡуйған уй-маҡсатыбыҙ ҙа бар: республика кимәлендә еңеү яулау, бигерәк тә Өфө районы командаһына ҡаршы ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәү”, – тип уй-теләктәрен дә уртаҡлашты тренер.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда Волейбол йылы тип тә иғлан ителгәйне. Тап ошо спорт төрөнөң һайланыуы донъя кимәлендәге ярыштарҙың беҙҙә үткәрелергә тейешлеге менән бәйле ине. Билдәле сәбәптәр арҡаһында был спорт сараһы уҙғарылмаһа ла, беҙҙә уға ҡыҙыҡһыныу кәмемәй. Әле Башҡортостанда 75 мең кешенең волейболды үҙ итеүе асыҡланған. Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр хаҡында Башҡортостандың Волейбол физкультура-спорт федерацияһы башҡарма директоры Сергей Кирпичников хәбәр итте.
Уй-хыялдар тормошҡа аша
“Был программаға эләгермен тип өмөт итмәгәйнем, әммә үҙемде һынап ҡарарға булдым. Республикабыҙҙың ошо проектты тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашырыуы тураһында белә инем, – ти Илмир Бүләкбаев. – Был беҙгә, тренерҙарға, үҫеш һәм киләсәк быуынды спортҡа, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеп үҫтереү өсөн ҙур дәрт”.
Әйткәндәй, былтыр ул Зөлфиә исемле үҙе кеүек уңған, тырыш ҡыҙҙы кәләш итеп алды. Шуға “Ауыл тренеры” сертификаты йәш ғаиләгә финанс йәһәтенән бына тигән дәртләндергес сараға әйләнде. “Сертификатҡа торлаҡ һатып алырбыҙ тип уйлайбыҙ. Әлегә был мәсьәләне аныҡ ҡына хәл итмәнек”, – ти тренер. Йәш ғаилә ҙур дәүләт ярҙамы булған сертификатты нимәгә тотонасағын әлегә хәл итмәһә лә, әммә иң мөһиме – был ярҙам тренерға һәм уның ғаиләһенә ҙур этәргес.
Быға тиклем Әбйәлил районынан тренерҙар Салауат Баһауов (самбо), Руслан Илһамов (волейбол), Әмир Махийәнов (еңел атлетика), Илнур Юлдыбаев (бокс), Динир Мырҙабаев (хоккей), Илшат Бараков (кикбоксинг), Зөфәр Шөғөров (көрәш) һәм башҡалар “Ауыл тренеры” сертификатына лайыҡ булғайны. Республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән дә спорт педагогтарына ошондай уҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелде.
Рәсәйҙә Тренерҙар көнө лә булдырылған. Ул 30 октябрҙә билдәләнә. Был да үҙенә күрә ошо һөнәр эйәләренә иғтибарҙың артыуын күрһәтә. Күптәрҙең тормошонда спорт ҙур роль уйнай: кемдер өсөн ул үҙенең сәләмәтлеген нығытыуға булышлыҡ итһә, икенселәргә ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ, ихтыяр көсө, уй-маҡсаттарыңды тормошҡа ашырыу өсөн холоҡ һыҙаттарын тәрбиәләүгә, физик йәһәттән сынығыуға булышлыҡ итә. Ә кемдәр өсөн ул – тормошоноң бер өлөшө, һөнәри эшмәкәрлеге.
Спорт менән даими шөғөлләнгәндәр, төрлө ярыш-бәйгеләрҙе күҙәтеп барған көйәрмәндәр шуға иғтибар иткәндер, моғайын – күп кенә билдәле спортсылар, чемпиондар ауылда тыуып үҫкән. Шуға “Ауыл тренеры” сертификатының тапшырылыуы йәш быуынды сәләмәт тормош алып барыуға, спорт менән дуҫлашыуға ыңғай йоғонто яһамай ҡалмаҫ, әлбиттә. Бөгөн был грантҡа эйә булған тренерҙарҙың киләсәктә тағы дәртләнеберәк эшкә тотонасағына шик юҡ. Ни тиһәң дә, ваҡытында күрһәтелгән иғтибар, ярҙам кеше яҙмышында ҙур этәргес көскә эйә. “Ауыл тренеры” сертификаты бирелгән тренерҙарҙың киләсәктә республикабыҙ, илебеҙ данын бүтән тарафтарға яңғыратыр чемпиондар тәрбиәләйәсәгенә ышаныс ҙур.
- Айһылыу НИЗАМОВА