Көрәш яратҡан, уның менән шөғөлләнгән кешеләргә Илдар Моратовтың исеме яҡшы таныш. Ул – спорттың был төрөндә ҙур уңыштарға өлгәшеп кенә ҡалмай, уны артабан да үҫтереү, көрәшкә күберәк кешеләрҙе, айырыуса балаларҙы йәлеп итеү өсөн бик күп эшләгән шәхес. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың көньяғын, йәғни ул тыуып үҫкән Стәрлебаш районын көрәш мәккәһе тип атайҙар. Бында ла уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уҙған аҙнала ғына Илдар Мәскәүҙә билбаулы көрәш буйынса “Автодор кубогы” халыҡ-ара ярышта еңде һәм Татарстандың баш ҡалаһында билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы титулын яуланы. Ике абруйлы бәйгелә лә 100 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ирҙәр араһында иң көслөһө тип танылды. Ул – Рәсәйҙең спорт мастеры, көрәш буйынса баш тренер, Башҡортостандың өлкән тренеры, көрәш буйынса Рәсәй йыйылма командаһы йәштәренең өлкән тренеры, күп тапҡыр Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы.
– Спорт һөйөүселәр һеҙҙе Стәрлебаш егете тип белә. Ниндәй ауылда тыуып үҫтегеҙ? Һеҙҙең яҡта көрәшселәр күп икәнен беләбеҙ, был ҡайҙан килә? Ни өсөн тап көрәшкә өҫтөнлөк бирҙегеҙ?
– Стәрлебаш районының Үрге Аллағыуат ауылында тыуғанмын, ғәмәлдә Түбәнге Аллағыуатта йәшәнек. Көрәш менән мауығыу бәләкәйҙән килә. Ауыл тулы көрәшселәр ине, егеттәр, ағайҙар, һәр кем шөғөлләнде. VII класҡа тиклем һыбай саба инек, көнө-төнө ат өҫтөндә йөрөлдө. Тик бына ауырайып киткәс, атҡа ултыртмай башланылар (көлә – авт.), VIII-X кластарҙа ныҡлап көрәшкә ылыҡтым. Малай-шалайға ни спорттың башҡа төрҙәре лә ҡыҙыҡ ине, гер ҙә күтәрҙек, саңғыла ла йөрөнөк, футбол да уйнаныҡ. Ауылса ихлас булды барыһы ла.
– “Стәрлебаш көрәш мәктәбе” тигән һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килде. Һеҙҙең мәктәп республикала башҡаларынан нимәһе менән айырыла? Ғөмүмән, ул төбәктә электән көслө мәктәп булғанмы, әллә уны һеҙ булдырҙығыҙмы?
– Һәр райондың үҙенсәлеге бар, көрәш алымдары, бәлки, төрлөсәлер. Беҙ башҡаларҙан нимә менән айырылабыҙмы? Һәр ваҡыт тотороҡло һөҙөмтә күрһәтәбеҙ. Дөйөм алғанда, тигеҙ барабыҙ, алдынғылыҡты биргәнебеҙ юҡ. Әлбиттә, беҙгә тиклем дә булған ул көрәш, тик әллә ни үҫешмәгән. Мин барыбер иң көслөләр менән көрәшеп, иң ҡеүәтлеләр менән шөғөлләнеп, тәжрибә туплайым һәм шуны балаларға өйрәтәм. Беҙ бер ярышты ла ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Көрәш менән “сирләйбеҙ” тиһәң дә була. Күнекмәләр тотороҡло бара, дисциплина бик ҡаты. Хатта мәктәп директорҙары, миңә сығып, шундай-шундай ауыр холоҡло бала бар, шуны үҙегеҙгә алып, тәртипкә өйрәтегеҙ әле, тип мөрәжәғәт итә. Бер кемдән дә баш тартмайбыҙ, үҙебеҙгә йәлеп итәм, аҙаҡ ҡыҙыҡһындырып, тейешенсә тәрбиәләргә тырышабыҙ. Көнәркәшенән ҡурҡмаһын өсөн психологик яҡтан эшкәртәбеҙ.
Эйе, районыбыҙға ғына хас булған алымдар бар. Маҡтанып әйтмәйем, әммә күптәр беҙҙән өйрәнергә, тәжрибә уртаҡлашырға тырыша. Тренерҙар шылтыратып, ярыштарға, күнекмәләребеҙҙе ҡарарға килергә теләй. Ниндәй генә ярыш үткәрһәк тә, ҡатнашыусылар күп. Нисек бар шулай әйтәм, беҙҙең район көрәшселәре – республикала иң көслөләре. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Мәләүез менән бергә эшләйбеҙ, әле Көйөргәҙе районы ла ҡушылырға, бергә булырға тырыша. Был ҡалаларҙа мин үҙем тәрбиәләгән егеттәр эшләй: Стәрлетамаҡта – Айнур Собханғолов, Ишембайҙа – Айнур Кинйәбаев.
Күнекмәләр Стәрлебаштағы спорт-һауыҡтырыу комплексында үтә. Унда подвалда 12х12 метр майҙанлы залыбыҙ бар, бер келәм һыйырлыҡ ҡына, әммә ул шул тиклем шәп итеп йыһазландырылған. Филиалдарыбыҙ бар. Мәҫәлән, Йәлембәттә тағы ла яҡшыраҡ зал бар. Уны “Мәктәптәргә – спорт көрәше” тигән проект буйынса һәйбәт итеп эшләнеләр, унда грек-рим һәм милли көрәш буйынса шөғөлләнәләр. Элегерәк Аллағыуат менән Ҡабыҡҡыуыш ауылдарында ла филиал була торғайны. Тиҙҙән тергеҙәбеҙ, Аллағыуатҡа тренер булып йәш егет – минең уҡыусым барасаҡ. Ҡабыҡҡыуышҡа әлегә кеше табып булмай. Был ауылда шөғөлләнергә теләгәндәр күп, улар Стәрлебашҡа йөрөй.
– Тренерлыҡ эшмәкәрлегегеҙ тураһында анығыраҡ һөйләгеҙ әле. Балалар менән эшләү оҡшаймы?
– Тренер булараҡ, 2014 йылдың ғинуар айынан эшләй башланым. Уға тиклем армияла булдым, уҡыным. Себерҙән ҡайтып торған мәлем, шөғөлләнергә зал кәрәк, тик ауылдағы залда ҡышын һалҡын, шуға күрә Стәрлебашҡа йөрөй башланыҡ. Яныбыҙға балалар йыйылды. Шунан Башҡортостан һәм Рәсәй беренселектәрен дә еңеп ҡайтҡас, ул саҡтағы хакимиәт башлығы саҡыртып алды, эш тәҡдим иттеләр. Ризалаштым, зал бирҙеләр. Тора-бара балалар йыйылды, эшләүе ныҡ ҡыҙыҡ булды, уларға ла оҡшаны. Хәҙер бер быуын спортсыларыбыҙ үҫеп сыҡты. Үҙебеҙ бәләкәйҙән үҫтергән малайҙар һөҙөмтә күрһәтә башланы, бына Ҡазанда ла минән күнекмә алған тәүге балаларым еңеп ҡайтты. Үҙемде, тренер булараҡ, бөтөнләй икенсе яҡтан астым. Тренерлыҡ залға килеп һыҙғырып йөрөү генә түгел. Балалар менән үҙең шөғөлләнһәң, шул уҡ күнегеүҙәрҙе күрһәтһәң, улар ҙа бирелеп эшләй башлай, ҡыҙыҡһыныуы арта. Уларҙы психологик яҡтан сыныҡтырыуҙы мөһим тип иҫәпләйем. Дәртләндереү ҙә кәрәк. Алдарына маҡсат ҡуям, шул ярышта еңһәгеҙ, аҡсалата приз була, тием. Бәләкәйҙәрҙең ата-әсәһе менән дә бәйләнештәбеҙ. Ҡайһы саҡта баланың һәләте бар, ә ата-әсәһе быға иғтибар итмәй.
– “Ауыл тренеры” программаһы буйынса сертификат алғанығыҙҙы беләбеҙ. Ауыл тренерҙарына был ҙур ярҙаммы?
– Бик ҙур ярҙам. Әле аҡсаһы ҡулға эләкмәһә лә (йылмая – авт.), документтар әҙер, исемлектә лә бармын. Аҡсаны йортобоҙға тотонорбоҙ тип торабыҙ. Икенсенән, егеттәрҙе ауылда тотоп ҡалыу өсөн ҙур плюс, сертификат алғас, тренер биш йыл эшләргә тейеш. Эйе, әлеге ваҡытта 600 мең һум бик ҙур ҙа түгел, ғәмәлдә миллион булһа, бигерәк шәп булыр ине.
– Республикала, ғөмүмән, илебеҙҙә көрәш спорты торошон нисек баһалайһығыҙ?
– Милли спорт төрө булараҡ, уны үҫтерергә тейешбеҙ тип уйлайым. Мәҫәлән, Олимпия уйындарын алып ҡараһаң, япондарҙың дзюдо, каратэ, сумо кеүек спорт төрҙәре бик популяр булып китте. Бер уйлаһаң, бер нимәһе лә юҡ. Беҙ ҙә шулай уҡ көрәшәбеҙ, беҙҙеке матурыраҡ кеүек тә, динамика ла бар. Рәсәйҙә көрәште популярлаштырыу өҫтөндә эшләргә лә эшләргә кәрәк. Әле көрәш ике-өс республикала, һабантуй кимәлендә генә үҫешә. Минеңсә, был ғына етмәй. Тағы шуныһы: күрше Татарстанда көрәшселәргә иғтибар ҙурыраҡ, уларға космонавтарға ҡараған кеүек мөнәсәбәттәләр. Мәктәптәрҙә көрәш төрҙәрен тағы ла нығыраҡ әүҙемләштерергә, телевидение, матбуғат саралары аша күберәк күрһәтергә кәрәк тип уйлайым. Шөғөлләнергә теләгәндәр күп ул, ағаһы, шунан ҡустыһы, атайҙары ла килә хатта. Көрәшкә ҡыҙҙарын да биргәндәр күбәйҙе. Камила Рафиҡова тигән тәрбиәләнеүсем бар, ул билбаулы көрәш менән шөғөлләнә, спорт мастеры тигән исемгә лайыҡ булды, донъя чемпионатында ҡатнашты. Быйыл да йыйына.
– Көрәшселәрҙә йәш сикләүе бармы? Ғөмүмән нисә йәшкә тиклем көрәшергә була? Һеҙ, моғайын, мөмкин булған барлыҡ наградаларҙы яулап бөткәнһегеҙҙер, әллә “их, тағы шуныһы ла кәрәк ине” тигән үкенеү бармы?
– Һәр кем үҙенең физик хәленә ҡарай. “Ҡарттар” бар ул көрәштә. Йәше 40-тан артҡандар ҙа көрәшә, ундайҙар башлыса юғары ауырлыҡ үлсәмендә. “Еңелдәр”, ҡағиҙә булараҡ, 35-кә тиклем майҙанға сыға. Наградалар күп, шөкөр. Республиканың абсолют чемпионы ла булдым. Донъя чемпионы тигән исем кәрәк ине, уныһы ла яуланды. Ҡулдан килһә, тағы ла тырышырға иҫәп. Унан һуң тыныс күңел менән пенсияға ла сығырға була (көлә – авт.). Былай булдыра алғансы эшләргә ниәт.
– Һеҙ – әүҙем йәмәғәтсе. Район ҡоролтайы башлығы итеп һайланғанһығыҙ. Был эштәргә нисек ваҡыт еткерәһегеҙ?
– Быйыл ҡоролтай рәйесе итеп ҡуйҙылар. Ваҡытты еткерергә тырышабыҙ. Ярҙамсыларым шәп һәм күп. Директор булараҡ эш күберәк, әлбиттә. Район советында икенсе саҡырылыш рәттән депутатмын, төп эшем дә бар. Балалар янына төшөп, күнекмә лә үткәрәм, үҙемә лә шөғөлләнергә кәрәк. Ваҡытты аҡсаға һатып алып булһа, уйлап та тормай ҡуш ҡуллап алыр инем. Таңғы сәғәт 8-ҙә эштә, кис 9-10-да саҡ ҡайтып инелә. Һис зарланмайым, әле йәшбеҙ, көс-дәрт бар. Ҡайҙа ҡул етә, шунда үреләбеҙ. Ветерандар ойошмаһы эшендә лә ҡатнашам, ҡурайҙа уйнайым, йырлайым. “Стәрлебаш бөркөттәре” тигән ансамблдә шөғөлләнәм. Майҙа халыҡ ансамбле тигән исемде яҡлап ҡайттыҡ. Аҙна һайын – ярыштар. Район етәкселеге һәр яҡлап ярҙам итә, уларға рәхмәт.
– Һеҙгә артабан да уңыштар теләйбеҙ! Уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА