

Кисә Бөрйән районында “Шүлгәнташ” музей комплексын асыу тантанаһында ҡатнашҡан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был туралағы фекерҙәре менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашыуын дауам итә.
“Тантаналы рәүештә Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын астыҡ. Был таш быуат сәнғәтен өйрәнеү буйынса илдәге иң ҙур ғилми үҙәк буласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостанда тотороҡло йыл мәнфәғәтендә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын рәсми асыу тантанаһы уҙҙы. Ошондай әһәмиәтле сараға беҙгә федераль ҡунаҡтар һәм эксперттар, Рәсәй Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачев, Рәсәй фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев, Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев килде. Александр Сергеев Башҡортостан ҡанаты аҫтында Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылының барлыҡ рәсми сараларын үткәрергә тәҡдим итте һәм, республика Рәсәйҙең фән һәм мәҙәниәт үҙәге булып тора, тип билдәләне.
“Шүлгәнташ” музейы Европа кимәленә тап килә. Бында мәмерйәнең 17 мең йылдан ашыулыҡ тип иҫәпләнгән дүрт залынан торған ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең күсермәләре урынлаштырылған. Шулай уҡ археологик экспонаттар залы, ғилми-тикшеренеү лабораторияһы, фонд һаҡлағыс, конференция залдары, амфитеатр эшләнгән. Һуңғыһында фестивалдәр, концерттар ойоштора алабыҙ.
Шулай уҡ яңы комплекс Бөрйән районына яңы туристар йәлеп итергә мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ. Сит ил граждандары ҡыҙыҡһыныуына лә иҫәп тотабыҙ. Былар барыһы ла иҡтисадҡа этәргес бирәсәк. Урындағы эшҡыуарҙар ҡунаҡханалар, кафелар төҙөйәсәк.
Шуны ла өҫтәп үтәйек, әлеге ваҡытта Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса номинация танытмаһын әҙерләү тамамланып килә. Был уникаль боронғо археологик ҡомартҡы, ул, һис шикһеҙ, һаҡланырға һәм бөтә донъяға билдәле булырға тейеш.
Тағы ике-өс йыл үтер, һәм Башҡортостан бөтә донъянан туристарҙы йәлеп итеүе менән маҡтана алыр, тип уйлайым”, – тип яҙҙы ул.
Фото: А. Назаровтың сәхифәһе.