Спорт һәм туризм
11 Июль 2022, 16:00

Стәрлетамаҡта уғатарҙар үҫеп килә

Иглинда үткән республика фестивале уларҙың сәмен арттырған.

Стәрлетамаҡта уғатарҙар үҫеп киләСтәрлетамаҡта уғатарҙар үҫеп килә
Стәрлетамаҡта уғатарҙар үҫеп килә

Күптән түгел Иглин районында "Уғатар" балалар республика фестивале уҙҙы. Унда Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡсылары ла һынатманы. 10-13 йәш категорияһында Айнур Абдрахманов өсөнсө урын алды.

Лицейҙа һуңғы йылдарҙа традицион уҡ атыу түңәрәге әүҙем эшләп килә. Унда унға яҡын уҡыусы ныҡлап шөғөлләнә. "Уғатар" балалар фестивале үтәсәген белгәс тә әҙерлек башлап, команда менән юлланғандар.

"Сара ике көн дауам итте. Унда уҡ-һаҙаҡ эшләү, төҙ атыу нескәлектәре, башҡорт милли аш-һыуҙарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо", - ти 3-сө башҡорт лицей-интернатының физкультура уҡытыусыһы Айбулат Мәҡсүтов.

Фестивалдә команда составында Шамил Зарипов, Ғияз Рәшитов һәм Айнур Абдрахманов ҡатнаша. Айнур призлы урын алыуға өлгәшә. Бындай матур милли сарала ҡатнашып, еңеү сәме менән ҡайтҡан егеттәр киләһе йылдарҙа ла үҙен күрһәтер әле. Шулай ҙа иң мөһиме еңеү түгел - уҡ атыу һаулыҡ өсөн бик файҙалы.

"Кеше кәүҙәһен тура тоторға өйрәнә. Был спорт төрө маҡсатҡа ынтылыш та тәрбиәләй. Улай ғына ла түгел, уҡ атҡанда малайҙар һәр ғәмәлде, милли кейемдәге һәр биҙәкте, һәр атаманың аңлатмаһын да өйрәнергә тырыша. Борон башҡорттар ир баланы өс йәше тулыу менән атҡа атландырған, әҙерәк үҫә төшкәс, уҡ-һаҙаҡ тотторған. Ат та, уҡ-һаҙаҡ та башҡорттоң ғүмерлек юлдашына әүерелгән. Кәрәкһә, атҡа атланып, уҡ-һаҙағы менән тыуған ерен һаҡлаған, ә тыныс ваҡытта ярыштарҙа мәргәнлеген күрһәткән", - тип билдәләй традицион уҡ атыу түңәрәген алып барған Айбулат Мәҡсүтов.

Стәрлетамаҡта һуңғы ваҡытта уҡ атыу буйынса әүҙемлек һиҙелә. Тимәк, етәкселек тарафынан да был милли спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу бар, түңәрәктәр ойоштороу өсөн нигеҙ булдырыла. Милли уйындарыбыҙ һәм спорт йүнәлештәре артабан да тергеҙелһен тигән теләктәбеҙ.

Айбулат Мәҡсүтов фотолары.

Стәрлетамаҡта уғатарҙар үҫеп килә
Стәрлетамаҡта уғатарҙар үҫеп килә
Стәрлетамаҡта уғатарҙар үҫеп килә
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас