

Балалар турист кешбэгы программаһы буйынса йәй аҙағына тиклем тағы 100 меңдән кәм булмаған путевка һатып алынасаҡ, тип белдергән Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова.
Былтыр был программа буйынса 400 меңдән ашыу бала ял итһә, быйыл был һан 450 мең булыр тип көтөлә.
Туризм буйынса федераль агентлыҡ 31 мартта балалар ял лагерҙарына турист сәфәренә дәүләт ярҙамы программаһын башлағайны. Путевкаларҙы август аҙағына тиклем һатып алырға мөмкин. Ә балалар лагерына 1 майҙан 30 сентябргә тиклем барырға була.
“Балалар кешбэгы” программаһы ҡағиҙәләре түбәндәгесә: ата-әсә балаһына путевканы “Мир” картаһы ярҙамында һатып ала һәм биш көн эсендә ошо уҡ картаға сарыф ителгән аҡсаның 50 проценты кире һалына.
20 мең һум – максималь ҡайтарма суммаһы. Бер баланың ял лагерына күпме тапҡыр барыуы буйынса сикләүҙәр юҡ. Бер нисә балаһы булған ғаиләләр һәр һатып алынған путевканан ҡайтармаға эйә буласаҡ.
А. НИЗАМОВА