

Ошо көндәрҙә һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар “Торатау” геопаркы үҙәгенә сәйәхәт ҡылды. Ҡыҙ һәм малайҙарға бындай бүләкте “Берҙәм Рәсәй” төбәк сәйәси партияһы, ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет һәм “Кәртәләрҙе емереп” социаль технологиялар үҙәге эшләгән.
– Беҙгә туристарға күрһәтерлек урындар байтаҡ, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Яков Күгебаев. – Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙгә лә барып ҡайтырлыҡ ерҙәр күп. Ысынлап та, мөғжизәле Башҡортостанда йәшәп тә, уның иҫтәлекле урындарын, бүтән матур ерҙәрен барып күрмәүселәр бихисап. Башҡортостандың ҡарап туймаҫлыҡ урындары – туристик йүнәлешендә импортҡа алмаш ул. Киләсәктә лә туризмды үҫтерәсәкбеҙ.
Балаларҙың барыһы ла Торатауға сәфәр оҡшаған.
Фото: zen.yandex.ru