Спорт һәм туризм
15 Июль 2022, 07:30

Атаһының юлын дауам итә

engmanager.ruengmanager.ru
Фото:engmanager.ru

“Өфө” клубы һөжүм итеүсеһе Гамид Агаларов уҙған миҙгелдә иң шәп йәш футболсы тип танылды.

“Чемпионат” порталы хәбәр итеүенсә, Гамид Агаларов ошо баҫманың пре­мия­һы­на лайыҡ булған. Ул киң мәғлүмәт са­ра­һы иғлан иткән конкурста 120 балл туп­лаған. Икенсе урында – “Динамо” коман­даһынан Арсен Захарян, өсөнсөлә – “Краснодар” клубынан Эдуард Сперцян. Шуны билдәләргә кәрәк: теге йәки был футболсы өсөн тауыш биреү хоҡуғына Рәсәй Премьер-лигаһы клубтары капитандары йәки баш тренерҙары ғына эйә булған.

Быға тиклем Гамид Агаларов 2021/22 уйын миҙгелендә Рәсәй Премьер-лига­һы­ның иң яҡшы һөжүм итеүселәре исемле­ген­дә беренсе урынға сыҡҡайны. Әйт­кән­дәй, уның атаһы Руслан Агаларов та зама­нында “Анжи” командаһы составында билдәле ярымһаҡсы булған. Ул чем­пио­наттың иң яҡшы 33 футболсыһы исем­легенә ингән. Атаһының данлы юлын хәҙер улы ла лайыҡлы дауам итә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас