Спорт һәм туризм
15 Июль 2022, 07:31

Хат яҙ ҙа... бүләк от!

sport.bashkortostan.rusport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Футбол көйәрмәндәре хат яҙа һәм конкурста ҡатнаша ала.

Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы һәм уның рәсми партнеры – Рәсәй Почтаһы – “Йыйылма команда почтаһы” тип исемләнгән яңы конкурс иғлан итте.

Көйәрмәндәр милли, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар йәки пляж йыйылма командаларында уйнаған спортсылар, шулай уҡ элек уйнаған легендар футболсылар тураһын­дағы тарихтарын ебәрә ала. Иң шәп өс хат авторы үҙ кумиры менән осрашыу хоҡуғына эйә буласаҡ, ә ете кешегә футбол атрибутикаһы һәм сувенирҙар тапшыры­ласаҡ. Хатты өс юл менән ебәрергә мөмкин. Беренсеһе: 115172, “Йыйылма команда почтаһы”, 1-се абонент йәшниге. Икенсеһе – электрон ысул: pochtasbornoy@rfs.ru. Тағы ла сайт аша: https://pochta.rfs.ru/

Конкурс 1 авгусҡа тиклем бара. Жюри еңеүселәрҙе бер нисә тапҡыр һайлай: 20 июлдә һәм 5 августа.

Конкурс тураһында тулыраҡ https://pochta.rfs.ru/ сайтында белергә мөмкин.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас