

Тиҙҙән, 1 августа, Рәсәйҙә физик шәхестәр спорт менән шөғөлләнгән өсөн һалым ҡайтармаһын алыу тураһындағы яңы закондың ғәмәлгә инеүенә бер йыл тула.
Шулай итеп, былтыр граждандарҙың фитнес-клубтарға һатып алған абонемент йәки башҡа спорт-һауыҡтырыу хеҙмәттәре хаҡының 13 процентын кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар. Уны үҙең һәм балалар өсөн дә юлларға була, тик быға рәсми эш хаҡы алғандар ғына дәғүә итә.
Был иһә спорт менән шөғөлләнгән өсөн сарыф ителгән аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин тигән һүҙ. Ошо өҫтөнлөккә эйә булырға теләгәндәр легаль клубтарға бара һәм мотлаҡ килешеү төҙөй. Шулай итеп, эшҡыуарҙар ҙа клиенттарҙы юғалтмау өсөн спорт эшҡыуарлығын теркәргә һәм алынған килем өсөн һалым түләргә тырыша. Был Рәсәйҙә һәм республикала спорт менән шөғөлләнергә теләгәндәр һанын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Һалым ҡайтармаһы Спорт министрлығының махсус исемлегенә индерелгән спорт клубтарындағы дәрестәр өсөн генә бирелә икәнлеген хәтерҙән сығармайыҡ. Ошо ведомство исемлегендә булған клубҡа абонемент һатып алғанһығыҙ икән, һеҙгә һалым ҡайтармаһы тейеш.
Һалым ташламаһын ике ысул менән кире ҡайтарырға мөмкин. Беренсеһе: nalog.ru сайтындағы шәхси кабинетта “Ҡайтарма алырға” тигән бүлектә ғариза һәм клуб менән төҙөлгән килешеү сканын беркетеп, ҡайтарманы тулыһынса алырға була. Был ысул буйынса түләүҙәр 2023 йылдан башлана.
Икенсе ысул: һалым ҡайтармаһын эш биреүсе аша ла юлларға мөмкин. Бының өсөн nalog.ru сайтында ҡайтарма алыуға хоҡуғыңды раҫлау тураһында ғариза бирергә кәрәк. 30 көн эсендә һалым инспекцияһы һеҙҙең эш биреүсегә ошо хаҡта хәбәр итә.
Социаль льготаға документтарҙы өс йыл эсендә тапшырырға кәрәк. Мәҫәлән, быйыл абонемент һатып алһағыҙ, Федераль һалым хеҙмәтенә ғаризаны 2023, 2024 йәки 2025 йылдарҙа бирергә мөмкин.
Айһылыу НИЗАМОВА