

Башҡалала веломониторинг ойошторолоуының, йәмәғәт контроленең ошондай формаһының инициаторы Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының инфраструктура һәм биләмә үҫеше, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссия рәйесе Роза Хужина булды.
Рус драма театрынан алып Телеүҙәккә тиклем тәжрибә рәүешендә ойошторолған велосипедта йөрөү велосипедсылар хәрәкәте өсөн инфраструктура менән танышыу маҡсатында уҙғарылды. Тап ошо маршрут буйынса туристар өсөн велоэкскурсиялар ойоштороу ҙа планлаштырыла. Шуға ла велосипед юлдарында бөтәһе лә тәртиптә булыуын белеү мөһим: юл һыҙаттары бармы, бордюрҙар дөрөҫ ҡуйылғанмы, велосипедсылар хәрәкәтенә башҡа объекттар ҡамасауламаймы?
Роза Хужина менән бергә велосипедта ҡала буйлап федераль масштабтағы эксперттар ҙа сыҡты.
Өфөлә велохәрәкәт инфраструктураһы проблемаһы Йәмәғәт палатаһы ойошторған республиканың Граждандар форумында ла тикшерелде. “Башҡортостанда ял итергә ваҡыт” тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл һөҙөмтәләре буйынса ошондай веломониторинг уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Роза Хужина әйтеүенсә, мониторинг һөҙөмтәләре буйынса түбәндәге етешһеҙлектәр асыҡлана: Ҡала советынан алып Үҙәк баҙарға тиклем велосипед юлының һыҙаттары булһа ла, Үҙәк баҙарҙан алып Телеүҙәккә тиклем улар юҡ; юл хәрәкәте ҡатнашыусыларының мәҙәниәте аҡһай, баш ҡалала йәшәүселәр велосипедсылар, шулай уҡ гироскутерҙарҙа, роликтарҙа, самокаттарҙа йөрөүселәр хәрәкәте менән риза түгел, һыҙаттары булмаған урындарҙа йәйәүлеләр менән низағтар башлана, сөнки велосипедсыға ниндәй юлдан барыу кәрәклеге аңлашылмай; “Мир" фирмаһы” туҡталышы тирәһендә велосипедсылар юлында реклама щиты тора, һайланған машрутта шулай уҡ ағастарҙың осрауы ла велосипедта йөрөргә яратыусылар хәрәкәтенә ҡамасаулай. Урыны менән велосипед юлында бордюрҙар тап булыуы уларҙы һикереп үтергә мәжбүр итә, яңы велосипедҡа ултырыусыларҙа был имгәнеү хәүефен тыуҙыра.
Веломониторинг һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының барлыҡ тәнҡитле иҫкәрмәләре һәм тәҡдимдәре Өфө ҡалаһы хакимиәтенә яҙма рәүештә йүнәлтеләсәк.
Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.