

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә Белоретта скалодром асылыу тураһында яҙма ҡуйҙы.
“Бөгөн Белоретта яңы скалодром астыҡ, һәм балалар уны шунда уҡ һынап ҡараны. Ул бөтә Башҡортостандағы спорт инфраструктураһының айырым ғорурлығына әүерелер, яңы чемпиондар тәрбиәләргә мөмкинлек бирер, тип иҫәп тотабыҙ.
Беҙҙең республика – Рәсәйҙең иң ҙур спорт үҙәктәренең береһе. Беҙҙә 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы бар. Был йәһәттән илдә, Мәскәүҙән ҡала, икенсе урынды биләйбеҙ. Яңы скалодром беҙгә ҡаяға үрмәләү буйынса юғары кимәлдәге спорт ярыштарын үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Алда эш байтаҡ. Инфраструктура объекттарын һәм йәмәғәт киңлектәрен реконструкциялау, төҙөкләндереү бурысы тора. Ошо йүнәлештәге системалы эш һөҙөмтәһендә ҡала халҡы, ҡунаҡтары өсөн мөмкин тиклем уңайлы мөхит булдырырбыҙ.
Юбилей менән, белореттар!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: vk.com/wall555400080_1038
Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_1038