Спорт һәм туризм
19 Июль 2022, 10:00

30 июлдә Нуриманға килегеҙ!

Бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы сара көтә.

30 июлдә Нуриманға килегеҙ!30 июлдә Нуриманға килегеҙ!
30 июлдә Нуриманға килегеҙ!

30 июлдә 12.00 сәғәттә Нуриман районындағы Павловка һыуһаҡлағысындағы “Павловка паркы”нда рыбатлон башлана. Ул – йүгереү һәм балыҡ тотоу ярышы.

Ҡағиҙәләргә ҡарағанда, һәр кем берешәр километр арауыҡты йүгереп үтергә, ике тапҡыр балыҡ тотоу урынында туҡталырға, тағы төрлө ҙурлыҡтағы һәм ауырлыҡтағы ике балыҡ тоторға тейеш.

Нуриман районы хакимиәте башлығы кубогына ярыштарға, йәшенә, енесенә һәм балыҡ тотоу, йүгереү һәләтенә ҡарамаҫтан, һәр кем үҙен һынап ҡарау өсөн саҡырыла. Ҡатнашыу бушлай. Ҡыҙҙар айырым бүләкләнәсәк.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас