Спорт һәм туризм
22 Июль 2022, 10:01

Көрәш юлдары тигеҙ түгел...

Был – холоҡтар алышы.

sport.bashkortostan.rusport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Донъяла хәрби сәнғәт төрҙәре бихисап: уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле һәм иғтибарға лайыҡ. Бөгөн иһә бокс тураһында һөйләмәксебеҙ.

Заманында, 1988 йылда, билдәле боксер Майк Тайсон, рингта Майкл Спинкс менән алышып, ике минут эсендә еңеү яулаған һәм 20 миллион доллар эшләгән. 2015 йылдың 3 майында иһә бокс тарихында иң ҡиммәтле уйын үткәрелгән: рингта ике спорт легендаһы – Флойд Мэйуэзер менән Мэнни Пакьяо осрашҡан. Һөҙөмтәлә Флойд еңеүҙе яулаған һәм 120 миллион долларға лайыҡ булған. Мэнниға 80 миллион доллар тапшырылған.

Спорт донъяһында билдәле боксерҙар бихисап. Башҡорт спортсыларына килгәндә, Хәбир Сөләймәновтың исем-шәрифе күптәргә таныш. Ул – Нью-Йорк ҡалаһының бокс буйынса чемпионы, Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауы һәм Бөтә донъя бокс берекмәһенең “WBO NABO вакант” титулы хужаһы.

Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостандың бокс буйынса йыйылма командаһы Киров ҡалаһында Советтар Союзы Маршалы, Советтар Союзы Геройы Леонид Говоровтың яҡты иҫтәлегенә үткәрелгән Бөтә Рәсәй ярыштарында биш миҙал яуланы. Баш тренер Рим Бәшәров һәм өлкән тренер Мария Карабанова етәкселегендәге команда дөйөм иҫәп буйынса көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Белеүебеҙсә, бынан ике йыл элек Өфөләге республика Спорт әҙерлеге үҙәгендә Николай Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервының спорт мәктәбе асылғайны. Бында Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ спортсылар әҙерләнә. Ҙур бинала өс бокс рингы урынлашҡан. Хәҙер унда республиканың бар спортсылары шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә. Ошо спорт мәктәбенән Данис Ғабдрафиҡов, 71 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә еңеү яуланы, тип хәбәр итә республиканың Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Павел Сәмиғуллин (48 килограмм), Тимур Кәримов (60 килограмм), Магомед Хабриев (63,5 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә) бронза миҙалға лайыҡ булған. Белореттан Бекхан Исраилов иһә Санкт-Петербургтан ваҡытында Олимпия уйындарында ҡатнашҡан боксер Иван Варясов менән алышта икенсе урынға сыҡҡан.

– Тиңһеҙ көрәштә алышабыҙ, әммә был осраҡта ҡаҡшамаҫ рухи көс тә мөһим. Ул иһә сыныҡтыра һәм тормоштоң һәр өлкәһендә ышаныс бирә, – тип белдергәйне Өфөгә бер килгәнендә Николай Валуев, йәш спортсыларға мөрәжәғәт итеп.

Ысынлап та, бары ныҡыштар, сәмселдәр, маҡсатлылар ғына еңеүгә өлгәшә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас